Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2018, 14:02

Байрам төҫөн алды мәшғүллек үҙәге

Йыл һуңында төрлө учреждениеларҙа эштәр күбәйеп китә: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә отчеттар тапшырырға һәм башҡа эштәрҙе тамамларға кәрәк. Яңы йыл етеп килеү сәбәпле, һәр кемдең байрам кәйефен дә тойғоһо килә. Шул сәбәпле күптәр өйҙәрен генә түгел, ә эш урындарын да байрамға әҙерләй.

Райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге бүлеге коллективы эш урындарын йыл һайын матур итеп биҙәп, үҙҙәренә генә түгел, ә халыҡҡа ла байрам кәйефен өҫтәй. Бүлек начальнигы Азат Емаев, үҙәк белгестәре Лена Сарваева, Мәрйәм Фәрхиева, Анастасия Катина, Оксана Кинзина, Рида Ғәлимова кабинеттарын һәм коридорҙы ялтырауыҡ биҙәүестәр, гирляндалар менән матурлай. Ә тәҙрәләргә ҡараһаң, әйтерһең, мөғжизәле әкиәт донъяһына сумаһың. Ниндәй генә биҙәктәр юҡ унда: Ҡыш бабай, төрлө хайуандар, шыршы уйынсыҡтары, ҡар бөртөктәре һәм башҡалар. Ә был матурлыҡ ҡағыҙҙан ғына ҡырҡып эшләнгән бит! Бик тырышһаң, бындай матурлыҡты теләгән һәр кем тыуҙыра ала. Бары тик ҡағыҙ, ҡайсы һәм сабырлыҡ кәрәк.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр шыршы ҡуйып, уны байрамса биҙәгән. Бындай матурлыҡҡа халыҡ та битараф түгел. Үҙәккә килеүселәр “Бигерәк матур булған!” тигән һүҙҙәр менән хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығын баһалай.
Читайте нас: