Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2018, 15:19

Бал батшаһы һәм батшабикәһе асыҡланды

Район мәҙәниәт йортонда үткән “Бал короле һәм королеваһы” конкурсы быйыл үҙ янына Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм 1-се урта мәктәбе уҡыусыларын тупланы.

Бер ай тигәндә уҡыусылар был яңы, әммә ҡыҙыҡлы бәйгегә әҙерләнде. Конкурста ҡатнашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар төрлө һынауҙар аша үтте. Бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырҙы, шыршы тирәләй бейене, йырланы, дискотекала күңел асты. Шулай уҡ егет һәм ҡыҙҙар төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, вальс бейергә төштө. Яңы йыл балында Ҡыш бабай ҙа ҡатнашып, барыһын да байрам менән ҡотлап үтте. Конкурсанттар бәйгегә матур-матур костюмдарҙа килгәйне. Һөҙөмтәлә 1-се Малаяҙ урта мәктәбе өсөн үткәрелгән балда Гөлнәзирә Юлдашбаева королева исемен яулаһа, Аник Фәтҡуллин король булды. Ә Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары араһында Дим Хурамшин һәм Гүзәл Шәмсетдинова еңеүселәр тип танылды.
Бынан тыш, “Бәйләнеш”тә социаль селтәрендә “Малаяҙ” төркөмөндә интернет тауыш биреү уҙғарылды. Иң күп тауыштар йыйған Аделина Әхмәтшина, Артем Вәлиуллин, Тимур Ғәйнуллин һәм Элвина Ғөбәйҙуллина “Популярлыҡ мисы һәм мистеры” исеменә лайыҡ булды. Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Читайте нас: