Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 20:22

Иң яҡшы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу – Торналынан

Малаяҙ ауылында төп Шыршы урынлашҡан майҙанда ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар парады үтте, боҙ ҡаласығы асылды. Яңы йыл алдынан уҙғарылған конкурста дүрт ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Улар кемдәр һәм иң яҡшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кемдәр танылды икән? Беҙҙең сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Малаяҙ ауылында төп Шыршы урынлашҡан майҙанда ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар парады үтте, боҙ ҡаласығы асылды. Яңы йыл алдынан уҙғарылған конкурста дүрт ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре икенсе йыл Яңы йыл байрамына ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар бәйгеһен үткәрә. Конкурсҡа Арҡауыл, Әлкә, Миәшәгәр һәм Торналы ауылдарынан дүрт пар килгәйне. Улар майҙандағы халыҡты Яңы йыл менән ҡотлап, йырлы-моңло күстәнәстәре менән бүлешеп, балаларға уйындар программаһын тәҡдим итте.
Торналы ауылы Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы – Азат һәм Гөлназ Басировтар, үҙҙәре менән яҡлаусы төркөм килтереп, матур итеп сығыш яһаны. 2019 йыл хужабикәһе – сусҡа булып кейенгән төркөм халыҡтың күңелен күтәрҙе. Баһалама ағзалары Басировтарҙы, еңеүсе тип билдәләп, I дәрәжә диплом менән бүләкләне, ә яҡлаусы төркөм “Яңы йыл сюрпризы” номинацияһына лайыҡ булды. Арҡауылдан Адис Нуриев һәм Гүзәл Ғәлләмоваға – “Халыҡ йолалары”, Әлкәнән Марс Баһауетдинов, Елизавета Третьяковаға – “Оригиналь ҡотлау”, Миәшәгәр Ҡыш бабайы, Ҡарһылыуы Альберт Ғәлин һәм Олеся Питунинаға “Иң яҡшы уйын программаһы” номинациялары бирелде.
Һүрәттә: конкурста еңеүсе Торналы Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы – Азат һәм Гөлназ Басировтар.
Читайте нас: