Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 12:16

Бөгөн – Башҡорт теле көнө

Онотмайыҡ, һаҡлайыҡ! Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Ул билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. (Мәктәп уҡыусыларының Башҡорт теленә арналған ижады менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ). Атай – башҡорт, әсәй – башҡорт, Башҡортмон мин үҙем дә. Башҡорт теле – иң матур тел, Моң ағыла һүҙемдән. Башҡорт телендә һөйләшкән Ата-бабам да минең. Бүләк булып күскән тел ул, Байлыҡ та һинең, минең. Телде һаҡлау – беҙҙең бурыс, Онотмайыҡ, һаҡлайыҡ! Бөтөрмәйек, һөйләшәйек, Яратайыҡ, яҡлайыҡ! Айлина СӘФӘРҒӘЛИНА, Малаяҙ башҡорт гимназияһының 4 "А" класы уҡыусыһы.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Ул билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу ҒӘЛИЕВА хәбәр итеүенсә, иҫтәлекле көнгә ҡарата бөгөн ауыл китапханаларында, мәктәптәрҙә ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә төрлө саралар үткәрелә. Район мәктәптәрендә башланғыс һәм өлкән кластар өсөн викториналар, М. Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе, класс сәғәттәре, флешмоб ойошторола.


Онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!

Атай – башҡорт, әсәй – башҡорт,
Башҡортмон мин үҙем дә.

Башҡорт теле – иң матур тел,

Моң ағыла һүҙемдән.


Башҡорт телендә һөйләшкән

Ата-бабам да минең.

Бүләк булып күскән тел ул,

Байлыҡ та һинең, минең.


Телде һаҡлау – беҙҙең бурыс,

Онотмайыҡ, һаҡлайыҡ!

Бөтөрмәйек, һөйләшәйек,

Яратайыҡ, яҡлайыҡ!


Айлина СӘФӘРҒӘЛИНА,

Малаяҙ башҡорт гимназияһының

4 "А" класы уҡыусыһы.



Алтын шишмә

Мин Әлкә ауылында йәшәйем. Туған телемде бик яратам. Үҙ телен яратыусылар беҙҙә күп. Минеңсә, туған телде яратырға һәм һөйөргә кәрәк.
Туған телем – башҡорт теле. Беҙҙең ғаиләлә бөтәһе лә башҡортса һөйләшә. Мин дә башҡорт телендә генә һөйләшәм. Ҙур үҫкәс, үҙемдең балаларымды ла башҡортса өйрәтәсәкмен. Әсәйем менән атайым мине башҡортса һөйләшергә өйрәткән бит. Туған телем – алтын шишмә!


Милена ХӘКИМОВА,
Әлкә урта мәктәбенең
4-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: