“Янғантау” шифаханаһының “Каравелла” диңгеҙ музейы даими рәүештә яңы экспонаттар менән тулылана. Мәғлүм булыуынса, бында Рауил САМАТОВтың ғүмер буйы йыйған коллекцияһы һаҡлана.
Быйыл унда ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әйберҙәр килтерелгән. Коллекционер Рауил Ким улы әйтеүенсә, диңгеҙ музейында һыу донъяһы ғына түгел, ҡоро ерҙән алынған экспонаттар ҙа туплана. Мәҫәлән, бында Тунистан “сүл раузаһы” бар. Эҫе сүллектәге ҡом яуым-төшөм, ҡайнар ҡояш нурҙарынан һәм елдең тәьҫиренән ошондай рауза сәскәһе рәүешенә кергән. Африканан килтерелгән был матур ташты Пермь крайынан ял итеүсе бүләк иткән.
Аммонит – боронғо диңгеҙ ҡусҡарының ташҡа әүерелгән һөлдәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Ул да диңгеҙ музейында яңыраҡ барлыҡҡа килгән.
Коллекцияла Алжирҙан ике саян (скорпион) һөлдәһе лә бар. Тәүтормош община дәүеренән ҡалған, йәшмә ташынан эшләнгән ҡырҡҡыс та бында урын тапҡан. 2013 йылдың февралендә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһы янына төшкән таш метеориттың киҫәге лә килтерелгән. Ә 1990 йылдың майында Стәрлетамаҡ эргәһендә төшкән метеориттың тимер киҫәге лә һаҡлана. Ошо яңы экспонаттарҙың барыһын да ял итеүселәр ҡалдырған.
Рауил Саматовтың “Каравелла” музейындағы бай
коллекцияһы менән “Янғантау” шифаханаһына экскурсияға килгәндәр таныша
ала. Алдағы оҙайлы яңы йыл каникулының тап бер көнөн шуға бағышларға