Бәйгене “ Рәсәй ҡоштарын һаҡлау союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, “Рус география йәмғиәте”нең Башҡортостан бүлексәһе, “Янғантау” шифаханаһы һәм геопаркы ойошторҙо. Конкурсҡа республиканың төрлө төбәктәренән генә түгел, ә Мәскәү, Иркутск, Евпатория ҡалаларынан эштәр ебәрелде. Барыһы ижади бәйгелә 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Салауат районы балалары ла конкурста үҙҙәрен һынап ҡараны. Янғантау урта мәктәбе уҡыусыһы Иван Воробьев та (етәксеһе – Гөлназ Байдәүләтова) эшен ебәреп, 10 – 13 йәшлектәр араһында еңеүсе булды. Тантаналы байрамға килеүселәрҙе “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев, “Рус география йәмғиәте” Башҡортостан бүлексәһенең башҡарма директоры Римма Ғәлиева, “Өфө балалар радиоһы” директоры Галина Морозова тәбрикләп, еңеүселәргә һәм уларҙың етәкселәренә Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.