Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 12:43

Тарихыңды белһәң, телең, мәҙәниәтең юғалмаҫ

Билдәле журналист, тарихсы, ғалим Салауат Хәмиҙуллиндың район мәҙәниәт йортонда “Башҡорт ырыуҙары тари­хы” проектының презентацияһы булды. Тәүҙә Өфө ҡунаҡ­тары мәҙәниәт уса­ғының фойеһына ҡуйыл­ған шәжәрәләр, күргәҙ­мәләр менән танышты.

Сараға йыйылыу­сыларҙы Салауат районы баш­ҡорт­тары Ҡорол­тайы башҡарма комитеты рәйесе Көн­һылыу Ғәлиева сәләм­ләгәс, һүҙ район башлығына бирелде.

– Тарихты беҙ белергә бурыслыбыҙ. Мәҙә­ниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау тап шунан башлана, – тине сығышында хакимиәт башлығы Марс Кашапов. – Был тәңгәлдә беҙ Салауат Ишмөхәмәт улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Күп райондар буйынса әле был китап төҙөлмәгән, ә беҙ бөгөндән китапты ҡулыбыҙға алып, тарихыбыҙҙы уҡып сыға алабыҙ. Был тарих һәм аҡыл сығанағы – һәр кем уҡып сыҡһын ине.

Һуңынан Салауат Хәмиҙуллин “Башҡорт ырыуҙары тарихы”ның “Көҙәй, мырҙалар, ҡаратаулы” тигән томы менән таныштырҙы.

– Был проектты 2014 йылда башлағайныҡ. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы 40-тан артыҡ ырыуҙы берләштерә һәм был ырыуҙарҙың тарихын бер генә китапҡа һыйҙырып бөтөп булмай. Ниндәй генә ырыуҙы алһаҡ та, уның быуаттар төпкөлөнән килгән тарихы бар. – тине тарихсы. – Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән Салауат ерендә көҙәйҙәр, мырҙалар, ҡаратаулылар, түбәләҫ һәм тырнаҡлы ырыуҙары бар. Тикшереү барышында мырҙаларҙың генетика буйынса барыһынан да айырылып торғаны билдәле булды. Генетик яҡтан улар немец, скандинавия халҡы менән бер ата-бабаға барып тотоша. Ә ҡаратаулылар ҡыпсаҡ ырыуынан килеп сыҡҡан. Улар бында күсеп килгәс, барыһының да бер исеме булмаһын өсөн, тауҙың атамаһын алған.

Тарихсы һөйләгән төрлө мәғлүмәттәр тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Улар ғалимға һорауҙар биреп, ентекле яуап алды.

Сара барышында шулай уҡ Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Эмилия Ҡазиханова, тарихҡа битараф булмаған Ғабит Ғималов (Мәсетле), Марсель Хөрмәтуллин (Көҫәпәй), Искәндәр Миһранов (Арҡауыл) та сығыш яһаны. Гимназия уҡытыусыһы Илфат Исмәғилев күрһәткән шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәресе лә бик фәһемле булды.

“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын яңы стилдә, үҙенсәлекле башҡарып, район халҡына сағыу тамаша ойошторҙо.

Тарихсы Салауат Хәмиҙуллинға
өс һорау

– “Башҡорттар” тәүге тапҡыр ниндәй тарихи документтарҙа һәм нисәнсе йылда иҫкә алына?

– Башҡорттар һүҙе иң тәүҙә беҙҙең эрала 643 йылда Ҡытай сығанаҡтарында бар. Һуңынан 9-сы быуатта ғәрәп сығанаҡтарында ла иҫкә алына. Башҡорттар тураһында этнографик тасуирламаларҙы бағдад хәлифе Әл Мөҡтәдирҙең иҙел болғарҙарына илсеһе Ибн Фаҙлан яҙған. Ул 922 йылда башҡорттар араһында булған һәм йылъяҙмаларын алып барған. Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән һуғышсан һәм ҡөҙрәтле халыҡ булған, тип яҙған.

– “Аҫаба” һүҙе нимәне аңлата?

– Үкенескә күрә, был һүҙҙең мәғәнәһе бөгөн тулыһынса билдәле түгел. Әммә ул “асабиа” тигән ғәрәп һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фекерҙәр йөрөй. Баҫып алып, хужа булған ғәрәптәрҙе асабиа тип йөрөткәндәр. Шуға ла аҫаба – ул ошо ерҙе биләгән хужа тигәнде, йәғни ер биләү хоҡуғына эйә булған теге йәки был ырыу башҡорто тигәнде аңлата.

– Башҡорттар ни өсөн шәжәрә төҙөгәндәр?

– Минеңсә, һәр эште башҡарыу өсөн уға иҡтисади яҡтан ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Башҡорттар шәжәрәне үҙҙәренең ата-бабаларын белеү өсөн генә түгел, ә үҙҙәренең кем булғанын дәлилләү һәм ул нәҫелдән килгән юридик хоҡуҡҡа эйә булыуын раҫлар өсөн дә төҙөгән. Шәжәрә ижтимағи-сәйәси документ та, тарихи сығанаҡ та булған.
Читайте нас: