Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 14:09

“Бөйөк Еңеүҙе данлап”

Йәш йырсылар республика бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны

“Бөйөк Еңеүҙе данлап” республика конкурсының финалы Өфө ҡалаһында үтте. Һуғыш йылдары йырҙарын башҡарыу аша йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатын алған йыр бәйгеһе 2000 йылдан башлап үткәрелә.

Салауат районында иһә был конкурс “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, йәштәр сәйәсәте комитеты һәм район мәҙәниәт йорто менән берлектә ойошторола. Район кимәлендә еңеү яулаған йырсылар республикала сығыш яһай. Тәүҙә конкурс “Һуғыш көйҙөргән йырҙар” тип аталһа, хәҙер “Бөйөк Еңеүҙе данлап” тигән исем аҫтында үтә. Исеме үҙгәреп торһа ла, патриотик йыр конкурсының есеме шул килеш ҡала. Унда ҡатнашыусы йәштәр, йырҙы ябай башҡарыу менән генә сикләнеп ҡалмай, ә уны күңеле һәм йөрәге аша үткәрә. Бәйгелә ҡатнашыусылар һуғыш осорондағы, Еңеү шатлығы, борсолоуҙар, тетрәнеүҙәр менән һуғарылған үлемһеҙ йырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

Салауат районы йырсылары ла был конкурста төрлө йәш категорияларында сығыш яһап, уңыштарға иреште. Янғантауҙан Наҙгөл Отузова “Кукушка” йырын башҡарып, 1-се дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды. Янғантауҙан “Йондоҙсоҡ” ансамбле ҡыҙҙары Анастасия Сәхәүетдинова менән Юлия Суроваткина ла (етәкселәре Азамат Нуриев) һынатманы. Улар “Яулыҡ бүләк ит” йыры менән сығыш яһап, 2-се дәрәжәләге лауреат булды. Урмантау һылыуы Алина Ғафарова ла моңло тауышы менән барыһын да әсир итте. Ул, “Фронттағы шәфҡәт туташы вальсы” һәм яҡташыбыҙ Адик Шәйәхмәтовтың “Мәңге бергә” йырҙарын башҡарып, 3-сө урын алды.

Еңеүселәр Ирекмәндәр йылын ябыу тантанаһының Гала-концертында сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: