Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2018, 12:24

Ҡатын-ҡыҙ матурлығы әсә булыуҙа

Салауат Юлаев музейында, Әсә көнөнә арнап, яңы тыуған сабыйҙарға тыуыу таныҡлығы тапшырылды

Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы вазифаны – бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Ҡатын-ҡыҙ – иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ла ул.
Был көндө Арҡа­уылдан Марат һәм Элла Миһрановтар, Лаҡлынан Максим менән Елена Колес­никовтар тәб­рикләнде. Миһра­нов­тарҙың ғаиләлә дүртенсе бала булып улдары Алан, ә Колесниковтарҙың тәүге сабыйҙары Свя­тогор донъяға килгәйне. Бәхетле ата-әсәләрҙе ЗАГС бүлеге белгесе Земфира Йәғәфәрова ҡотлап, тыуыу таныҡлығы һәм “Фармленд” аптека селтәренән бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ район хакимиәте вәкиле, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Гусев, ата-әсәләргә бәхет, улдарының илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫеүен теләп, ғаиләләрҙе сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне.
Читайте нас: