"Инцидент" системаһы Салауат районының Малаяҙ, Комсомол ауылы урамдарындағы юл, яҡтылыҡ, газ мәсьәләһе буйынса һорауҙарҙы контролгә алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесе хәҙер республика етәксеһе кимәлендә ҡарала. Һорауҙарға район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Рифат ВӘЛИУЛЛИН яуап бирә.
Мансур Хафизов (“Бәйләнештә”):
“Радий Фәрит улы, Малаяҙ ауылының үҙәк урамдары матур, таҙа, Һеҙ яңы төҙөлөш яҡтарын ҡараһағыҙ ине – Нагорная, Спортивная урамдары микрорайонын. Унда төнгө 12-нән һуң дөм ҡараңғы, бысраҡ. Урамдағы яҡтылыҡты төн уртаһынан һуң һүндереп ҡуялар”.
“Ауыл советтарының финанслау проблемаһын иҫәпкә алып, урам яҡтылығы төнгө 01.00-ҙән иртәнге сәғәт 06.00-ға тиклем һүндереләсәк.
Малаяҙҙың Көньяҡ-көнбайыш микрорайонының Нагорная, Спортивная урамдарын 2019 йылға юлдарҙы ремонтлау “юл картаһы”на индереү өсөн ноябрҙә комиссия менән ҡарап сыҡтыҡ”.
Гөлгөнә Заһитова (“Бәйләнештә”):
“Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы! Һеҙҙең Малаяҙ ауылына иғтибар итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙҙең Сосновая урамында яҡтылыҡ та, юл да юҡ”.
“Салауат районы Хакимиәте һәм “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән электрон аукцион һөҙөмтәләре буйынса Сосновая урамындағы автомобиль юлында ремонт эштәре башҡарыуға муниципаль контракт төҙөлгән. Әле унда ҡырсынташтан юл һалына башлаған. Эште тамамлау ваҡыты – 2018 йылдың 31 декабре.
Малаяҙ ауылының “Көнбайыш” микрорайонының, унда Сосновая урамы ла керә, яҡтылыҡ мәсьәләһен хәл итеү 2019 йылға планлаштырылған”.
Денис Ғиззәтов (“Бәйләнештә”):
“Комсомол ауылына кереп сыҡһағыҙ ине, ундағы юлдарҙың ниндәй “яҡшы” булыуын күрһәгеҙ! 10 йылдан ашыу йәшәйбеҙ, бер үҙгәреш юҡ, газ бар, ләкин бөтә урамдарҙа ла түгел”.
“Йыл һайын райондың юл фондынан ауыл биләмәләренә юлдарҙы ремонтлауға аҡса бүленә. 2018 йылда Комсомол ауылының Салауат Юлаев урамына – 600 метрға, Цветочная урамына тағы шунса араға ҡырсынташ һалынды. Ноябрь-декабрҙә юлдарҙы киләһе йылға йүнәтеүҙе планға керетеү өсөн ауыл биләмәләре башлыҡтары менән бергә комиссияла ҡараясаҡбыҙ.
Газ мәсьәләһенә килгәндә, Янғантау ауыл советы хакимиәте менән берлектә Комсомол ауылының С. Юлаев, Полевая, Цветочная урамдарында шәхси йорттар төҙөлөшө барышы өйрәнелә. Был “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенә документтар һәм проект-эҙләнеү эштәренә ғариза әҙерләү өсөн кәрәк. 2018-2019 йылдарҙа, проект-смета документтары булған һәм дәүләт экспертизаһын үткән, объекттарҙы төҙөү планда тора.”
Һүрәттә: Малаяҙҙың Сосновая урамына юл көҙөн шундай үткеһеҙ хәлдә булған.
Фото - "Бәйләнештә" селтәренән.