Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2018, 20:24

Төпкөл ауылдарға газ булырмы?

Шәрәк ауылына ҡасан газ үтер? Лағыр юлы эшләнерме? Ә Мөсәт ауылы халҡы "зәңгәр яғыулыҡ" килеп етеренә өмөт итә аламы? Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәр аша ебәрелгән һорауҙарға район етәкселеге былай тип яуап бирҙе:..

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВҡа “Бәйләнештә” селтәре аша Шәрәк ауылына газ ҡасан үтәсәген һорап һәм Лағыр юлының насар хәлдә булыуы тураһында яҙып ебәргәндәр.


Район Хакимиәтенең кадрҙар һәм биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл СӘФИУЛЛИНА һорауға яуап бирә:

- Шәрәк ауылы эсенә газ үткәреү буйынса бөгөн проект-смета документтары әҙер, уға 2016 йылдан БР Дәүләт экспертизаһы идаралығының ыңғай һығымтаһы ла бар. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына Шәрәккә газ үткәреүҙе Республика адреслы инвестиция программаһына индереүгә ғариза ебәрелгән. Район Хакимиәте уны 2019 йылда төҙөләсәк газ үткәреү объекттары исемлегенә керетеү өсөн “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенә лә ғариза юллаған. Ул республиканың газ үткәреү программаһына ингән, киләһе йылға ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” буласаҡ.

Лағыр ауылының юлы буйынса “Башкиравтодор”ҙың Салауат ДРСУ-һы етәкселегенә юлдарҙы грейдер менән даими йөрөп сығырға, тигән бурыс ҡуйылды.


Республика етәксеһенән “Инстаграм”да Мөсәт ауылына ла "зәңгәр яғыулыҡ" һорағандар. “Салауат районына килегеҙ, бында Мөсәт ауылында газ юҡ”, - тип мөрәжәғәт итәләр унда.


Гүзәл СӘФИУЛЛИНА:

- Куркин һәм Мөсәт араһына газ үткәргестең проект оҙонлоғо 6 километрҙан ашыу һәм ауыл эсендә 2,1 км тәшкил итә. 8,1 километрға газ үткәреү 8,5 млн. һумға барып баҫа. Халыҡҡа өйөнә газ керетеү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса кәрәк буласаҡ.

“2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы буйынса агросәнәғәт производствоһы үҫешкән йәки ошо өлкәлә инвестиция планы ғәмәлгә ашырылған тораҡ пунктарында ғына урамдарға газ үткәреүҙе финанслау ҡаралған. Мөсәт ауылында ауыл хужалығы тауары етештереүсе лә, ауыл хужалығын үҫтереүгә пландар ҙа юҡ.

Ауылдарға газ үткәреү 2018-2024 йылдарға иҫәпләнгән муниципаль программаға ярашлы алып барыла. Мөсәт ауылына газ мәсьәләһе район хакимиәте башлығы контролендә тора.
Читайте нас: