Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республикабыҙҙың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тулыуға арналған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үтте. Презентацияны асыуҙа һәм башҡа сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегацияла “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев та ҡатнашты.
Презентацияла ЮНЕСКО белгестәре һәм эксперттары, Башҡортостан, Рәсәй, Франция ғалимдары, Францияның һәм сит илдәрҙең музей-ҡурсаулыҡтары, ЮНЕСКО халыҡ-ара статусын алған музей комплекстары һәм геопарктар вәкилдәре лә булды.
Әһәмиәтле сараның төп маҡсаты: Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инергә дәғүә итеүсе «Янғантау» геопаркы һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә инергә теләгән Шүлгәнташ мәмерйәһе менән сит ил халҡын таныштырыу, мәғлүмәт биреү ине.
– Сарала ҡатнашыусылар, Франция халҡы, белгестәр яҡындан танышһын өсөн беҙ Парижға Башҡортостан Республикаһының бер өлөшөн килтерҙек. Презентацияла күрһәтер өсөн республикабыҙҙың ике ынйыһын һайлап алдыҡ, – тине Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов.
Бынан тыш, сара сиктәрендә ике “түңәрәк өҫтәл” эшләне. Осрашыу барышында ЮНЕСКО-ның генераль директорының беренсе урынбаҫары Син Цюйем менән дә һөйләшеү уҙғарылды.