Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2018, 14:34

Илһам

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға райондаштарыбыҙҙың бер нисә шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Көҙгө этюд


Елгә иләп, эй ялбырлы

Болот ебен һуҙып бара.

Ел-ямғырлы, һил ямғырлы

Көҙөм аша уҙып барам.


Энә-уҡтар түгә-түгә,

Болот ерҙең ҡабығына.

Төрлө төҫтән келәм сигә

Ялбыр болот мамығынан.


Күл өҫтөндә һикерешә

Шаҙра тулҡын, түңәрәктәр,

Тәңкәләнеп, эй бейешә

Көмөш һыуҙа дүңгәләктәр.


Күктә ҡоштар ҡарауаны

Һуҙылышып ҡанат ҡаға,

Хайран ҡалып ҡарау аны

Күңелдәргә һағыш һала.


Ярай әле, иңдә түгел,

Күңелемдә генә ҡанат,

Ҡоштар һымаҡ донъя гиҙеп,

Ҡайтыр инем яҙын ҡабат.


Көҙ


Көҙгө ямғыр болот аша

Күк йөҙөн төштө солғап,

Хөр тәбиғәт һаубуллаша

Һары яулығын болғап.


Гөрләүектәр йүгерәләр

Шаулай-гөрләмәй генә.

Ерҙә бушлыҡ һиҙеләлер

Тик көҙҙәр етеү менән.


Илай-илай, башын эйеп,

Хушлашҡанда көҙ айы,

Хан ҡыҙылай күлдәк кейеп,

Үтеп китте моңайып.


Болот ҡаплай күктең йөҙөн,

Тома һуҡыр кистәрен,

Моңайма, һин, алтын көҙөм,

Дөрләт күңел хистәрен.


Тормошонда кешеләрҙең

Байлыҡ мул булһын өсөн,

Һеркәләре сәскәләрҙең

Бал менән тулһын өсөн.

Алтын көҙ көсөн һалды

Һәм шәрә тороп ҡалды.

Нур Ислам.


Туған тел


Юғалғанда туған телең, –

Хәлһеҙләнә туған илең.

Тиҙ юғала Ҡөрьән, динең,

Бәйәң була һуҡыр тинең.

Ҡорой, шиңә сәскә, гөлөң

Ҡараялыр яҡты көнөң,

Ауыҙыңдан сыҡмай өнөң,

Ут эсендә үтә төнөң.

Тел юғалғас, үтмәҫ һүҙең

Һүҙ үтмәгәс, күрмәҫ күҙең.

Һүҙ үтмәгәс, күҙ күрмәгәс,

Тере мәйет инде үҙең.

Юғалғанда туған телең

Ҡалабыҙҙыр өнһөҙ, һүҙһеҙ.

Тиҙ юғала тамыр, милләтең

Ҡалабыҙҙыр һуҡыр, күҙһеҙ.

Туған телең, әсә телең,

Туған телең ғүмерлектер.

Сит ерҙә рауза гөл түгелдер

Тыуған ерҙә әрекмән гөлдөр.

Туған телең – әсә телең,

Таянысың – тыуған илең.

Таралалыр хәсрәтең,

Тыуған яҡтан иҫкән елгә.

Риф Ғәзимуллин.

Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы.


Районыбыҙ – Салауат

Ғорурланып йәшәй халҡым,

Районыбыҙ Салауат,

Көс-ғәйрәтле батырыбыҙ,

Өҫтәй ул беҙгә ҡанат.

Әллә ҡайҙарға таратып,

Дан тотҡан ул Салауат,

Башҡортомдоң ғорурлығы,

Баһадиры Салауат.

Күпте күргән, бирешмәгән,

Торғаны бер бәһлеүән.

Тыуған яғын һаҡлап, яҡлап,

Көрәшкән ул бел гелән.

Үҙ иленә тоғро ҡалып,

Һынатмаған алышта.

Тик кәүҙәһе ятып ҡалған,

Сит яҡтарҙа алыҫта.

Кәүҙәһе ятып ҡалһа ла,

Ҡайтҡан даны батырҙың,

Районыбыҙ йөрөтә бит

Исемен Салауаттың!


Ғүмер ағышы

Ярайһы уҡ йылдар йәшәгәнмен,

Ярты быуат ғүмер үткәргәм,

Ниңә быйыл килеп йөрәк миңә

Шиғыр яҙ тип, теләк белдергән.

Һәм мин яҙам, күңел түрҙәренә

Килгән хисле матур һүҙҙәрҙе,

Нисә йылдар тағын, яҙырмын һуң

Йөрәгемдән сыҡҡан хистәрҙе?

Яҙыгыҙ тим, һеҙ ҙә шиғырҙарҙы,

Йырлағыҙсы моңло йырҙарҙы,

Ултырығыҙ дуҫтарығыҙ менән

Күңелегеҙ нурға тулғансы.

Ултырығыҙ, һеҙ туғандар менән

Йәмләндереп табын түрҙәрен,

Шул саҡтарҙа ғына тойорһоғоҙ

Йәшәү нисек матур икәнен!

Раушания Носратуллина.

Малаяҙ ауылы.



Һинең, минең изге бурысым

Башҡортостан булһа, башҡорт булыр,

Туған телкәйем дә һаҡланыр,

Беҙҙең уңыштарҙы күреп торһа,

Ҡояшым да күпкә шатланыр.

Башҡортостан ҡорос ҡалҡан кеүек,

Һаҡлап торһон телде, динемде,

Күпме көс һалынған ирек өсөн,

Алда бирһен яҡты көнөмдө.

Башҡортостан ере – йырҙар иле,

Ҡеүәт бирһен беҙгә ғорурлыҡ,

Табынмабыҙ яуыз батшаларға

Бер башҡортом меңгә торорлоҡ.

Башҡортостанымды урап үтһен

Тәбиғәттән килгән афәттәр.

Ҡол итергә тағы халҡымды

Тапмаһындар яңы сәбәптәр.

Мин ышанам яҡты киләсәккә,

Башҡортостан булған, буласаҡ.

Ас ҡоҙғондар, ҡара ҡарғалар

Сүплектәрҙә ятып ҡаласаҡ.

Ҡараш ташлайым мин тауҙарыма,

Күҙ етмәҫлек иркен далаға,

Иреклек яулап ялынды ла,

Юҡҡа сыҡты ҡыҫҡа арала.

Башҡортостан минең сәскә атып,

Ҡурсалаһын бөтә башҡортто,

Үҙебеҙ ҙә зирәк булыр кәрәк

Ситтәр баҫмаһындар баш йортто.

Дуҫлыҡ хөкөм һөрһөн еребеҙҙә,

Бар милләттәр Алла ҡоло ла –

Күңелдәрҙә шәмдәр һүндермәйек,

Бөйөк шәхестәрҙе олола.

Йән төйәгем минең - Башҡортостан,

Республикам минең ырыҫым,

Башҡортостан илен һаҡлап йәшәү,

Һинең, минең изге бурысым.

Әлтәф Ғәйфуллин.

Янғантау ауылы.
Читайте нас: