Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2018, 14:35

“Мәктәптә йылы, уҡыйбыҙ яҡшы”

Тирмән урта мәктәбенең тәҙрәләре яңыртылды

Тирмән мәктәбе уҡыу­сылары өсөн ҡыш миҙгеле ҙур һынауға тиң ине. 1972 йылдан бирле яңыртылмаған иҫке тәҙрәләрҙән әсе ел өрөп тороуға, бина һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, балалар дәрестәргә йөрөнө. 10 йыл элек ике ҡатлы мәктәптең бер яғындағы тәҙрәләре алмаштырылған булған, әммә был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртмәне. Ниһайәт, киҫкен мәсьәләне ауыл халҡы, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, хәл итте.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан төҙөлөш бригадаһы 57 тәҙрәне алмаштырҙы. Уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа был эштән ситтә ҡалманы, уларға ярҙам итеп торҙо.
– Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ауылда йыйылыш үткәреп, халыҡ мәктәпте төҙөкләндереү проблемаһын билдәләне. Ауыл халҡы 228 мең һум аҡса йыйҙы, был эштә бағыусылар ҡатнашты, дәүләт тә аҡсалата ярҙам итте, – тип эш барышы менән таныштырҙы мәктәп директоры урынбаҫары Эльмира Сәғитова.
Бөгөн мәктәптә йылы, балалар рәхәтләнеп уҡырға йөрөй. Мәктәптең уңыштары ла етерлек. Уҡыусылар уҡыуҙа ла, спортта ла, төрлө конкурстарҙа ла һынатмай. Тәжрибәле педагогтарҙың тырышлығы менән балалар район, республика ярыштарында призлы урындар яулай. Барыһы 97 уҡыусыға 16 педагог белем бирә.
Үкенескә күрә, мәктәп коллективы йылдан-йыл “ҡартая” бара, йәш белгестәр мәктәпкә эшкә килмәй. Бөгөн инглиз, рус теленән, математика фәндәренән уҡытыусылар талап ителә. Ә шулай ҙа киләсәктә яңыртылған мәктәп үҙенең янында йәш кадрҙарҙы туплар, уҡыусылар тағы ла дәртләнеберәк уҡыр, тип ышанырға ҡала.
Читайте нас: