Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2018, 14:49

Беҙҙең роботтар Мәскәүҙә ярышты

3 – 4 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында “RoboLiga World – 2018” Инжиниринг һәм робототехника буйынса халыҡ-ара чемпионатының һуңғы этабы үтте. Чемпионат финалында STEM робот төҙөүселәр һәм роботтарҙың ярыштары үтте: Голдберг миникубогы, иркен осоусы F1 планерҙар, төҙөү инженерияһы, шулай уҡ идара итеүсе роботтарҙың футбол уйнауы, Lego EV3 MILO роботтар менән бүтән ярыштар булды.

Беҙҙән робототехника студияһында шөғөлләнгән, Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй этабы призерҙары, Малаяҙ башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусылары Элеонора Байбурина менән Розалия Исмәғилева ҡатнашты. Күп алыш категорияһында сығыш яһап, ҡыҙҙар һөҙөмтәлә 2-се урын яуланы.
Мәскәүгә бер көн алда барып, ҡаланың иҫтәлекле урындарын – Останкино телебашняһы, Ҡыҙыл майҙанды, Мәскәү Ситиның күккә ашҡан бейек йорттарын ҡарап һоҡландыҡ.
Мәскәүгә чемпионатҡа барыуға ярҙам иткән Эльза һәм Илвар Байбуриндарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Илфат Исмәғилев,
Малаяҙ башҡорт гимназияһының робототехника студияһы етәксеһе.
Читайте нас в