Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2018, 14:20

Ғаилә – ул шатлыҡ һәм балалар

“Йәш ғаилә” конкурсында дүрт ғаилә үҙ көсөн һынаны

Йәмғиәттә ғаиләнең абруйын күтәреү, уның ҡиммәттәрен нығытыу кеүек әһәмиәтле маҡсаттарҙы төп йүнәлеш итеп алған “Йәш ғаилә – 2018” район конкурсы быйыл Салауат Юлаев музейында “Cәнғәт төнө” акцияһы сиктәрендә уҙғарылды.
Был бәйгелә районыбыҙҙа йәшәгән өлгөлө, һәләтле дүрт ғаилә ҡатнашты. Әлкәнән Рөстәм и Лариса Ғайсиндар, Малаяҙҙан Вадим һәм Айгөл Яҡу­повтар, Айҙар һәм Гүзәл Ноғамановтар, Таймыйҙан Салауат һәм Ирина Мөхәррәмовтар ярышта үҙҙәрен генә һынап ҡараманы, ә бәхетле ғаилә серҙәре менән дә уртаҡлашты.
Конкурс, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Был турҙа конкурсанттарҙың барыһының да йыр-моңға һәләте асылды. Мәҫәлән, Ғайсиндар күмәкләп вальс бейергә төшһә, Яҡуповтар һәм Ноғамановтар бик матур итеп ғаилә дуэты башҡарыуында йырланы. Ә Мөхәррәмовтар шәжәрәләре менән таныштырҙы. Ғаиләләрҙең сығышын видеопрезентациялар биҙәне.
“Мин – буласаҡ йондоҙ” конкурсында кескәй ғаилә ағзалары матур сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен арбаны. Карина һәм Денис Ғайсиндар башҡорт бейеүен башҡарһа, әсәле-ҡыҙлы Айгөл һәм Амира Яҡуповалар испан бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Нургизә Ноғаманова менән класташы Нәзилә Әхтәрова, Айҙар Мөхәррәмовтың йырҙарын да тамашасылар алҡыштарға күмде. Һуңғы һынауҙа ғаиләләрҙең аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығы баһаланды. Һәр ғаилә күргәҙмә менән яҡындан таныштырҙы. Бәйгенең еңеүселәре тип Яҡуповтар ғаиләһе танылды. Улар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Ноғамановтар – 1-cе, Ғайсиндар – 2-cе, Мөхәррәмовтар 3-сө урынға лайыҡ булды.
Районыбыҙҙа үҙҙәрен күрһәтерлек йәш, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Тамашасыларҙы, ғаиләләрҙе был конкурсҡа ылыҡтырыу өҫтөндә уны ойоштороусыларға ныҡлап эшләргә кәрәк киләсәктә. “Йәш ғаилә” бәйгеһен һәр йылдағыса район мәҙәниәт йорто кеүек ҙур майҙанда айырым сара итеп үткәреү отошлораҡ булыр ине.
Читайте нас: