Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2018, 12:52

Район үҫеше өсөн бит, икеләнмәйек, йәмәғәт!

Район Хакимиәтендә “Янғантау” Геопаркы тураһында фекер алышыу булды

Осрашыуҙа район етәкселеге, эшҡыуарҙар, фермерҙар, ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм белгестәр ҡатнашты. Белгестәр буласаҡ геопарк, уның положениеһы менән яҡындан таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.

Артур ЗАКИРОВ, эшҡыуар:

– Районда булдырыласаҡ геопаркка ыңғай ҡараштамын. Тик ни өсөн ул “Янғантау” шифаханаһы етәкселегендә ойошторола? Белеүебеҙсә, шифахана бөгөн акционерҙар ҡулында. Киләсәктә геопарк менән берәй олигарх етәкселек итһә, урындағы халыҡтың йәшәйеше үҙгәреүе мөмкин. Ни өсөн геопарк менән шул уҡ район Хакимиәте етәкселек итмәй?

БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге Фәнни тикшеренеү институты директоры Лариса Белан:

– “Янғантау” шифаханаһы номинацион досье, йә иһә геопарк ойоштороласаҡ территорияның характеристикаһын төҙөүҙә инвестор булды. Был отчет Парижда, Юнеско-ның штаб-фатирында күрһәтелде. Әммә был геопарк шифаханаға буйһона тигәнде аңлатмай. Геопарк менән идара итеүсе коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошманы район Хакимиәте һәм дәүләт, йәғни Башҡортостан Республикаһы билдәләйәсәк. Был осраҡта дәүләт ролендә “Янғантау” шифаханаһы сығыш яһай. Сөнки бөгөн шифахана – дәүләт ойошмаһы, унда шәхси инвестицияларҙың бер тине лә юҡ.

Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:

– Геопаркты булдырыу өсөн ҙур эштәр башҡарылды. Номинацион досье һәм башҡа документтарҙы әҙерләүҙә, һәм башҡа эштәрҙә “Янғантау” шифаханаһы ярҙам итте. Был ҙур сығымдарҙы талап итә, “Янғантау” булмаһа, беҙ кемгә мөрәжәғәт итер инек? Бөгөн беҙ шифахананы шик аҫтына ҡуйырға түгел, ә уның ярҙамы өсөн рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Республиканың эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкиленең Салауат районындағы ярҙамсыһы Исрафил ХӘЙРОВ:

– Ә шулай ҙа геопарктың ойоштороусыһы һәр ауыл биләмәһе хакимиәте була алмаймы? Геопарк майҙаны 9 зонаға бүленәсәк. Был зоналарҙың һәр береһендә булған сикләүҙәр тураһында һөйләп китһәгеҙ ине. Ҡыҫҡаһы, эшҡыуарҙар, фермерҙар эшмәкәрлеген яңы проект ҡыҫырыҡламаҫмы?

Илдар САДИҠОВ, “Янғантау” шифаханаһы юрисы:

– Ҡағиҙә булараҡ, һәр учредитель был эш өсөн аҡсаһын сарыф итә. Шәхси ойошмалар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре учредитель булып, матди ярҙам күрһәтергә теләй икән, беҙ уларҙың кандидатураһын ҡарарға ризабыҙ. Үкенескә күрә, бөгөн шифахананан, район Хакимиәтенән башҡа, ундай теләүселәр юҡ.

Икенсе һорауға килгәндә иһә, геопарк биләмәһендә закон тыймаған бар эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнергә була. Геопарк положениеһының яңы редакцияһында бер тыйыуҙар ҙа юҡ, тик тәҡдимдәр генә бар. Геопарк ойоштора ғына башланғанда район Хакимиәтенең бер шарты булды – ул районда быға тиклем булған эшмәкәрлектәрҙе тыймау. Киреһенсә, беҙ булған эшмәкәрлектәр үҫешһен өсөн шарттар булдырыу яҡлы. Районға төрлө төбәктәрҙән туристар киләсәк. Уларға туҡланырға, йоҡлап сығырға кәрәк. Шулай уҡ ҡунаҡтар бүләккә тип төрлө әйберҙәр, ҡулдан эшләнгән сувенирҙар һатып ала. Урындағы халыҡ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға тейеш түгел. Төп маҡсат – ул Салауат ерендә туристарҙың аҡсаһын күберәк ҡалдырыуға ирешеү. Геопарк түгел, ә халыҡ аҡса эшләйәсәк.

Айгөл ВОЛОЩУК, эшҡыуар:

– Районда геопарк булдырыла. Был осраҡта халыҡ та яҡлаулы булһын ине. Йәғни геопаркка ҡағылған һорауҙарҙың, унда булған үҙгәрештәр барыһы ла халыҡ менән бергә хәл ителһен тигән теләктәмен.

БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге Фәнни тикшеренеү институты директоры Лариса Белан :

– Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыу процесы закон менән билдәләнгән, һәм уны береһе лә үҙгәртә алмай. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен береһе лә йәшерен ойоштормаясаҡ. Йәғни уны булдырыр өсөн бер ай алдан матбуғатта белдереү буласаҡ. Халыҡ тыңлауҙарын үткәреп, теләгән һәр кем унда ҡатнаша аласаҡ.

Рәүеф ВӘЛЕТДИНОВ, адвокат:

– Районға күпләп туристарҙың килеүе көтөлә. Улар самолет менән осоп, һуңынан М-5 трассаһынан киләсәк. Үкенескә күрә, бөгөн был юл үтә ныҡ хәүефле, уны “әжәл юлы” тип тә йөрөтәләр. Унда йыш ҡына авариялар теркәлә, кешеләр күпләп ҡырыла. Беҙ туристар килһен өсөн, иң тәүҙә уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешбеҙ. Был юлды киңәйтергә, төҙөкләндерергә кәрәк.

Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:

– Әлбиттә, иң тәүҙә сәфәр хәүефһеҙ булырға тейеш. Районда юлдарҙың торошона ҙур иғтибар бүленә. Былтыр 107 миллион һумға Көҫәпәйгә юл һалдыҡ, 330 миллионға Салауат районының бер сигенән икенсеһенә тиклем юл ремонтланһа, быйыл 100 миллион һумға яҡын аҡсаға юлдар төҙөкләндерелде. Был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. М-5 трассаһына килгәндә, был проблема федераль кимәлдә хәл ителергә тейеш.

Миндинур ШӘЙБӘКОВА, Ташауыл ауылы:

– Беҙҙең Салауат ерендә һоҡланырлыҡ тәбиғәт, ғорурланырлыҡ урындар бар. Ни өсөн уларҙы беҙ һаҡламаҫҡа, ҡурсаламаҫҡа, башҡаларҙан йәшерергә тейеш? Геопарк буйынса эштәр алға китһә, районыбыҙҙы республика, Рәсәй кимәлендә генә түгел, сит илдәрҙә лә белерҙәр, уның статусы күтәрелер, мәҙәнилерәк булыр.

Геопарк булдырылһа, урманда бәшмәк, еләк йыйыу, ағас ҡырҡыу кеүек сикләүҙәр индерелер, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Сикләүҙәр булырын булыр ҙа, әммә халыҡтың ҡулын бәйләп ҡуйырҙар, тип уйламайым. Көн һайын урманға йөрөмәйбеҙ, теләгән кеше әмәлен нисек булһа ла табыр.

“Бәйләнештә” социаль

селтәр­енән

Рифҡәт ХӘСӘНОВ:

– Геопарктың кәрәклеген халыҡтан һорап тормай хәл иттеләр. Оҙаҡламай сикләүҙәр индерелер, тип уйлайым. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең еребеҙгә үҙебеҙ хужа була алмаясаҡбыҙ, утын, ҡом һәм башҡа кәрәкле материалдарҙы ҡиммәт хаҡҡа сит яҡтарҙан һатып аласаҡбыҙ. Тәбиғи ресурстар менән ҡулланған өсөн яңы һалымдар, штрафтар индерелер әле.

Рим БӘШИРОВ:

– Дөйөм әйткәндә, геопаркка ҡарата ҡарашым ыңғай. Әммә туристарға күрһәтер алдынан, районды тәртипкә килтерергә кәрәк, тип уйлайым. Бөгөн йылға буйҙары, урмандар сүплеккә әйләнеп бара. Халыҡ район етәкселәренән генә көтөп ятмаһын, ә үҙе лә өмәләргә сыҡһын ине.

Айрат ҒӘЛИЕВ:

– Районда геопарк бул­дырылғас, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп эштәр башҡарылды: ниһайәт, тәбиғәт ҡомартҡыларын билдәләп, улар тураһында мәғлүмәт яҙылған табличкалар урынлаштырылды. Бынан тыш, урындағы халыҡтың һәм туристарҙың уңайлыҡтары өсөн бәҙрәфтәр, беседкалар эшләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр мәғлүмәт стендтарын емерә, хатта бәҙрәфтәрҙе урлай башланы. Салауаттар, район өсөн һеҙ нимә эшләнегеҙ? Йылға буйҙарындағы сүплектәр, бысратылған мәмерйәләр, емерелгән кәртәләр һәм башҡалар – кемдең эше? Геопарктың етәкселәре урындағы халыҡтың йәшәйешен сикләмәй, закон буйынса сикләй ҙә алмай, тик районды төҙөкләндерергә, алдынғы итергә тырыша. Үкенескә күрә, беҙҙең сүп-сарҙы тейешле урынға ташларға өйрәнмәгән халыҡ бындай ыңғай үҙгәрештәргә, яңылыҡҡа әҙер түгел.
Читайте нас: