Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2018, 13:14

“Дуҫлыҡ”та күңелле уҙа туйҙар һәм юбилейҙар!

Тирмән ауылындағы Хажиморатовтар кафеһынан кеше өҙөлмәй

Элегерәк халыҡ туй һәм башҡа ҙур, әһәмиәтле байрамдарҙы өйҙә генә уҙғарһа, бөгөн улар мәшәҡәтләнеп тормай, махсус ресторан, кафеларҙа үткәрергә күнекте. Ысынлап та, өйҙә тығыҙланып ултырғансы, ҙур мәжлесте иркен, заманса, матур итеп йыһазландырылған кафела үткәреү күпкә отошлораҡ килеп сыға. Был йәһәттән эшҡыуарҙарға “Афарин” тип әйтерлек, сөнки улар кафе булдырып, ауыл йәшәйешенә йәм индерә, уны мәҙәнилерәк итә, артабанғы үҫешенә этәргес көс булып тора.
Тирмән ауылы эшҡыуарҙары Рәүфә һәм Радис Хажиморатовтар йүнсел, тырыш ғаиләләрҙең береһе. Улар ҡотһоҙ, күп йылдар буш торған РайПо магазинын ауылдың биҙәгенә әйләндерә. Хужалар бинаны ремонтлап, бер яғын магазин, икенсеһен кафе итеп эшләгән. Магазинға халыҡ ҙур теләк менән йөрөй. Унда аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары, кейем-һалым, йәғни йәнең нимә теләй шул бар. “Дуҫлыҡ” кафеһынан да кеше өҙөлмәй. Кафе булдырылғанға тиклем ауыл халҡы тантаналарҙы Малаяҙ, Мөрсәлим һәм башҡа ерҙәрҙә үткәрһә, 80 кеше һыйышлы “Дуҫлыҡ” асылғандан бирле халыҡҡа ситкә йөрөргә түгел. Бынан тыш, ауыл халҡы ғына түгел, хатта ситтә йәшәгән, тамырҙары был яҡта булған тирмәндәр ҙә ҡайтып, матур итеп байрамдар уҙғара.
Туй тантанаһы, юбилейҙар, тыуған көндәр һәм башҡа байрамдар зауыҡлы кафела күңелле үтә. Ундағы меню ла ҡыуандырмай ҡалмай: хужабикә Рәүфә Рафиҡ ҡыҙы тәжрибәле ашнаҡсы булараҡ, клиенттарға аш-һыуҙың иң тәмлеһен, туҡлыҡлыһын тәҡдим итә. Хаҡтар ҙа бик үтемле: кеҫә ҡалынлығына ҡарап, менюның төрлөһөн һайларға була. Хужабикәгә ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндерергә Лидиә Байтуллина һәм Рәмзилә Ғатауллина ярҙам итә. Тантаналарҙы үткәрергә кафеға йыш ҡына республика йондоҙҙары: Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Хәсән Усманов, Филүс Ҡасимов, Лилиә Исхаҡова һәм башҡа билдәле кешеләр килә. Хажиморатовтарҙың ни тиклем тырыш, эшһөйәр, уңған булғандарын кафеның эске торошонан уҡ төҫмөрләргә була. Кафе заман талаптарына ярашлы итеп йыһазландырылған: бинала бешеренеү бүлмәһе, тантаналар залы һәм ҡул йыуыу урыны, бәҙрәф бар. Һәр ерҙә таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ә яңыраҡ хужалар, бешеренеү бүлмәһенә мейес сығарып, үҙҙәре икмәк тә бешерә башлаған. Мейестән яңы ғына сыҡҡан, күпереп бешкән йылы ауыл икмәген халыҡ күҙ асып йомғансы һатып алып бөтә. Бынан тыш, Хажиморатовтар йорттарында күпләп мал-тыуар аҫырай. Уларға бар эштәрендә өс балаһы ярҙам итә.
Тәүәккәл, тырыш, ауылға йәм өҫтәп йәшәүсе шундай өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын ине.
Читайте нас: