Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2018, 12:24

“Ғаилә бригадаһы” – йылдың иң яҡшы социаль проекты

30 октябрҙә Өфөлә социаль эшҡыуарҙарҙың IV республика форумы уҙҙы. Форум Башҡортостан һәм Рәсәйҙең социаль өлкәләге иң яҡшы проекттарын күрһәтеүгә, социаль эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн этәргес биреүгә, эшҡыуарҙарҙы социаль бизнес өлкәһенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

30 октябрҙә Өфөлә социаль эшҡыуарҙарҙың IV республика форумы уҙҙы. Форум Башҡортостан һәм Рәсәйҙең социаль өлкәләге иң яҡшы проекттарын күрһәтеүгә, социаль эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн этәргес биреүгә, эшҡыуарҙарҙы социаль бизнес өлкәһенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Сараны ойоштороусылар феке­ренсә, «Демог­рафия», «Мәғариф», «Бәләкәй, урта эшҡы­уарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башлан­ғысына ярҙам итеү» милли проекттары сиктәрендә социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү иҫәбенә ил иҡтисадын һиҙелерлек үҫтерергә мөмкин.
Форум сиктәрендә төрлө темаларға фекер алышыу майҙансыҡтары, семинарҙар уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусылар белгестәрҙән һәм бизнес тренерҙарҙан файҙалы мәғлүмәт, үҙҙәренең проекттары өҫтөндә артабан эшләү өсөн тәжрибә алды. Бынан тыш, ҡунаҡтар өсөн Өфөнөң социаль предприятиеларына экскурсиялар ойошторолдо. Форум барышында «Йылдың иң яҡшы социаль проекты – 2018» республика конкурсы лауреттарын бүләкләү ҙә булды. Салауат районынан форумда “Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Регина Кирханова (һүрәттә) ҡатнашты. Ул “Ғаилә бригадаһы” проектын яҡланы. Һөҙөмтәлә «Йылдың иң яҡшы социаль проекты – 2018» дипломына лайыҡ булды.
– Оло йәштәгеләр, инвалидтарҙың ҡайһы берҙәре ярҙамға мохтаж. Уларға аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, дарыу ташырға, ҡышҡылыҡҡа утын ярырға, баҡсаһында ярҙамлашырға, һыу килтерергә, ҡар таҙартырға кәрәк. Бер үк ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар һәм, күп көс талап ителгән, ир-егеттәр эше лә башҡарыла. Шуға ла районда “ғаилә бригадалары” төҙөлдө. Бөгөн 4 ғаилә Лағыр, Сыбаркүл, Мәсетле, Ахун ауылдарында эшләй, – ти Регина Владик ҡыҙы.
Лиана МӨҒИНОВА.
Читайте нас: