Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2018, 12:58

Мал-тыуарҙы тамғалау мотлаҡ

Яңы ҡануниәткә ярашлы мал-тыуарҙы биркаларға кәрәк. Район ветеринар станцияһы ветврачы Сергей Гусев беҙгә ошо хаҡта һөйләне.

Яңы ҡануниәткә ярашлы мал-тыуарҙы биркаларға кәрәк. Район ветеринар станцияһы ветврачы Сергей Гусев беҙгә ошо хаҡта һөйләне.
– Ауыл хужалығы йүнәлешенә ҡараған йорт хайуандарын тамғалау “Ветеринария тураһында” 243-сө (13.07.2015 й.) законына таянып башҡарыла. Ҡарарға ярашлы, ат, һыйыр малы, болан, дөйә, сусҡа, кәзә-һарыҡ, бал ҡорттары ла иҫәпкә алынып, тамға һалыу мотлаҡ. 2019 йылдың 1 ғинуарынан малдар ҙа тамғаланырға тейеш. Был мал хужаларының яуаплылығын арттырыу, ҡарауһыҙ йөрөгән малдар күренешен бөтөрөү, район биләмәһендә эпизоотик һәм санитар-эпидемиологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн уңайлы.
– Тамғалау барышын кем күҙәтә?
– Ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре менән ветеринария хеҙмәткәрҙәре был эште бергәләп башҡара. Малдарға махсус биркалар ҡуйыла. Унда Салауат районына бирелгән һандар, малдың шәхси һаны яҙыла. Мәҫәлән, аттарға махсус чип тире аҫтына индерелә һәм АС “REGAGRO” автоматлаштырылған иҫәпләү системаһына ҡуйыла. Был тамғаны махсус сканер уҡый. Иҫәпләү системаһына индерелгән мәғлүмәт аша электрон паспорттар, карталар эшләнә. Шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡ тураһында мәғлүмәт электрон хужалыҡ кенәгәләренә һәм статистика отчеттарына индерелә. Система буйынса малдың һаулығы торошон, планлаштырылған һәм үтәлгән ветеринар саралар тураһында белеп була. Малдарҙы идентификациялау уның хужаһын асыҡлауға ғына түгел, ә “Меркурий” системаһына индереү өсөн дә кәрәк. Мәҫәлән, малды салған осраҡта ветеринар документтар алыу өсөн дә мөһим.
Малдарҙы биркалау 30 һум тора. Әгәр ҙә мал хужалары тамғалау тәртибен боҙһа, уларға ҡарата административ яза – штраф ҡулланыласаҡ.
Читайте нас: