Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2018, 12:47

Кескәйҙәргә йылы ла, уңайлы ла булыр

Урындағы башланғыстар программаһы буйынса Мәсетле балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде

Яңыраҡ Мәсетле ауылында балалар баҡсаһын асыу тан­танаһы үтте. Бинаға ремонт үткә­рел­гәндән һуң, ауылдың мәк­тәпкәсә белем биреү учреж­дениеһы яңы һулыш кисерҙе. Был эш дәүләт ярҙамы, ауыл хал­ҡының тырыш­лығы менән ғәмәлгә ашты.
Төҙөклән­дерелгән объектты асыу тантанаһында район хакимиәте баш­лы­ғының социаль мәсь­әләләр буйынса урын­баҫары вази­фаһын башҡарыусы Айгиз Әхмәтйәнов, Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Адик Асҡаров, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты.
Мәктәпкәсә төркөм (хәҙер ул бер нисә йыл инде Мәсетле төп мәктәбе ҡарамағында) бинаһының ҡыйығы яңыртылған, түбәһе алмаштырылған һәм елләтеү юлдары эшләнгән. Ахундан шәхси эшҡыуар Ралиф Йыһанғәлин подряд эштәрен башҡарған.
– Балалар баҡсаһы элекке совхоздың идара контораһын ҡулайлаштырып эшләнгән бинала урынлашҡан, – ти мәктәп директоры Лилиә Хизбуллина. – Ҡыйығы иҫке, бинаһы елләтелмәгәс, унда һәр саҡ дымлы ине. Хәҙер мәктәпкәсә төркөмдә йылы һәм уңайлы булыр, тип ышанабыҙ. Тәҙрәләре күптән евроға алмаштырылған. Бина утын яғып йылытыла. Киләсәктә газ селтәренә тоташтырыу мәсьәләһе лә ҡарала.
Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Адик Асҡаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса төҙөлөш эштәренә 775 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған. Шуның 210 мең һумы халыҡ һәм бағыусыларҙан йыйылған. Район хакимиәте лә финанс ярҙам бүлгән.
Бөгөн балалар баҡсаһының өс төркөмөнә 55 сабый йөрөй. Мәктәпкәсә учреждениела алты хеҙмәткәр эшләй.
Читайте нас: