Бөтә яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 15:20

Тыуған еребеҙ яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда

Социаль селтәрҙә районда геопарк булдырылыуына ҡаршы мәғлүмәт йөрөй

“Район Хакимиәте сайтында “Янғантау” Геопаркы тураһында Положениеның проекттары һалынған. Әгәр ул Положение нисек бар, шулай ҡабул ителһә, район беҙҙеке булмаясаҡ. Район кешеһе бер ҡаршылыҡһыҙ урманға керә, йылғаға бара, яланға сыға алмаясаҡ. Хатта йығылған ағасты ла өйөнә, мунсаһына утынға алып ҡайтыуы, еләк, дарыу үләндәре йыйыуы ҡыйынға төшәсәк. Был Положение ябай халыҡтың ер менән файҙаланыусыларҙың, һунарсы-балыҡсыларҙың хоҡуғын сикләйәсәк. Уның биләмәһендә хужаһының рөхсәтенән тыш йөрөй алмаясаҡбыҙ. Ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф һаласаҡтар”, имеш, тип кемдер “WatsApp” мессенджеры аша шундай хәбәр тарата. Хатта, Бөрйән районы менән сағыштырып, ҡурсаулыҡ биләмәһендә йәшәүсе халыҡтың тәжрибәһенән сығып ҡарарға саҡыра уның авторы.
Салауат районы Хакимиәте был мәғлүмәткә ҡарата үҙенең рәсми сайтында (“Йүрүҙән” гәзите сайтында ла бар) яуап бирҙе. Уның эстәлеге былай:
“4 октябрҙә Салауат районының урындағы һәм төбәк айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары проекттары, шулай уҡ “Янғантау” геопаркын функциональ зонаға бүлеү положениеһы тәҡдим ителде. Был документтар һуңғыһы түгел, унда беҙҙең эшсе төркөм Салауат төбәге бай булған объекттарҙы мөмкин булғанса индерҙе. Ә Салауат районы тәбиғәте ысынлап та матур, һәм беҙгә уны шул килеш һаҡларға ине.
Шуның менән бер рәттән үҙ тыуған яғының яҙмышын Һеҙ – Салауат районы халҡы хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Беҙ һеҙҙән тәҡдимдәр, тәнҡиттәр һәм өҫтәмәләр көтәбеҙ. Әгәр тәбиғәт мөйөштәренә һаҡ статусы бирмәйенсә, уны ҡурсаларға була йәки беҙ билдәләгән объекттарҙы һаҡларға кәрәкмәй, тип һанаһағыҙ, тейешле төҙәтмәләр индерербеҙ.
Геопаркты функциональ зонаға бүлеү проекты мәсьәләһен аңлатабыҙ. Проектта 9 зона күрһәтелгән, уларҙың алтыһында һаҡ режимы тәҡдим генә. Рекреация зонаһында һунарсылыҡты көйләү талап ителә, уныһы беҙҙең районға ял итергә килгән туристарҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Һунар итеүҙе тыя алмайбыҙ, уға беҙҙең законлы нигеҙебеҙ юҡ. Туристар туҡтаған урындарға мәғлүмәт билдәләре ҡуйыу, ә һунарсылыҡ хужалыҡтарына туристик туҡталҡалар урынлашҡан ерҙәр хаҡында мәғлүмәт биреү күҙаллана. Ошо принцип буйынса бүтән зоналарҙа ла эшләү ҡарала.
Ябыҡ режим өс зонала тәҡдим ителә: “Янғантау” шифаханаһының тау-санитар һаҡлау зонаһында (ул күп йылдар инде ғәмәлдә), мәҙәни мираҫты һаҡлау зонаһы – археологик объекттар тирәһе (был закон буйынса үтәлергә тейеш, ләкин ошо талаптарҙы үтәүгә контроль юҡ) һәм геологик-тәбиғи мираҫ объекттарын һаҡлау зонаһы – был зона айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә (ООПТ) ҡарай. Һуңғыһы яңылары булдырылғанға ҡарап киңәйә. Уныһы ла район халҡының теләгенән тора.
Геопарк – махсус һаҡланған биләмә лә, ҡурсаулыҡ та түгел! Ул кешеләр тарафынан халыҡ өсөн булдырыла. Геопарктың принцибы: үҫтергәнде – һаҡла! Әлбиттә, мөһим объекттар һаҡланырға тейеш, район халҡы һәм геопарк хеҙмәткәрҙәре уға һаҡлау статусы бирмәйенсә лә быны хәл итеү юлын тапһа әгәр. Хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ!
Статистика өсөн: Бөрйән районында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе майҙаны – 42 процент, Салауат районында дөйөм район биләмәһенең ул әле 0,2 процентын тәшкил итә. Тәҡдим ителгән пландарҙы ғәмәлгә ашырғанда 7,3 процентҡа етеүе ихтимал – был уртаса республика күрһәткестәренә тап килә”.
Читайте нас: