Бөтә яңылыҡтар
23 Октябрь 2018, 13:42

Батша балығын Ҡыҙырбаҡта үрсетәләр

Беҙҙең районда тәүге бағыр хужалығы асылды

Бағырҙы (форель) ҡиммәтле һәм тәмле булғаны өсөн әүәл юғары ҡатлам кеше­ләренә генә табынға биргәндәр. Шуға ла был балыҡты “батша­лар” балығы, тиҙәр. Улар шәп ағымлы, шиш­мә кеүек саф һыу­ҙа ғына тереклек итә. Өфө эшҡы­уар­ҙары Марат Миң­ле­баев менән Эдуард Шәрә­­фет­динов Ҡы­ҙырбаҡ ауылы эргә­һендәге Ләзә йылға­һында, уның һыуы тап шундай си­фат­тарға эйә бул­ғаны өсөн, бында балыҡ­сылыҡ хужа­лығын ойоштора ла инде.
Ҡыҙырбаҡ, район үҙәгенән бик үк алыҫ булмаһа ла, ул ауыл бөгөн ташландыҡ хәлдә тиерлек. Ләкин бындағы тәбиғәттең хозурлығы күптәрҙе ғашиҡ итә. Баш ҡала егеттәре Марат Миңлебаев менән Эдуард Шәрәфетдинов, былтыр ауылдан бер саҡрым тирәһе ятҡан ерҙе ҡуртымға алып, ошонда бағыр үрсетә башлай. Улар Ләзә йылғаһы эргәһенә өс канал төҙөй һәм Пермь крайынан алып ҡайтылған 10 мең баш ике төрлө бағыр балығы селбәрәһен ебәрә. Балыҡтарҙы экологик таҙа ем менән генә туҡландыралар. Әлбиттә, гүзәл тәбиғәтле урында ойошторолған хужалыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа табыла.
– Быйыл йәй бында туристар килде, шул иҫәптән Өфө, Ырымбур, Пермдән скандинав хәрәкәте клубы вәкилдәре лә булып китте, – ти эшҡыуарҙар.
Ҡунаҡтар өсөн уңайлыҡтар эшләнгән: туҡталҡалар, мангал һәм ял итеү урыны бар. Киләсәктә бәләкәй йорттар, мунса төҙөү ҙә күҙаллана. Туристар ошонда бағыр ҡармаҡлап, балыҡ ҡурып, уның тәмен татый ала. Бөгөн балыҡтар үҫеп, тауар ауырлығы хәленә етешкән.
– Бағыр хужалығының тәүге төҙөлөшөн тамамланыҡ, – ти балыҡсылыҡ предприятиеһы хужалары Марат Миңлебаев менән Эдуард Шәрәфетдинов. – Уның ҡеүәте – йылына 30 тонна балыҡ етештереү. Артабан иһә Ләзә йылғаһында ҡырағай бағырҙарҙы тергеҙеү, Йүрүҙән йылғаһында бәрҙе балығы үрсетеү планда тора.
Ғөмүмән, эшҡыуарҙарҙың киләсәктә районда агро-туристик кластер йүнәлеше буйына пландары ҙур. Балыҡсылыҡ тармағы йәйелдерелеүе иҡтисадҡа, өҫтәмә эш урындары булдырылыуына, туризм үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итәсәгенә шик юҡ. Был бит беҙҙең районда ойошторолған Рәсәйҙәге тәүге геопарк өсөн дә мөһим.
Читайте нас: