Бөтә яңылыҡтар
12 Октябрь 2018, 12:22

Тыуған ерем – гөллө Башҡортостан!

Республика көнө айҡанлы район мәҙәниәт йорто май­ҙанында байрам һәм көҙгө йәрминкә уҙғарылды. Тантанаға килгән ҡунаҡтар райондың һәр ауыл биләмәһе, өҫтәмә белем биреү учреж­дениелары, мәк­тәптәр әҙерләгән күргәҙмә менән танышты, башҡорт, татар, рус милли ризыҡтарынан ауыҙ итте. Унан һуң район халҡы мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Байрам” театрлаштырған тамашаны ҡараны.

Сараны район хакимиәте башлығы Марс Кашапов асты. Ул барыһын да республикабыҙ өсөн тарихи, әһәмиәтле байрам менән тәбрикләне. Бынан тыш, Марс Фәррәх улы сығышында райондың ҡаҙаныштары һәм үҫеш юлдары тураһында ла бәйән итте. Тәбрикләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин һәм район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов та сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн һәм байрам уңайынан Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Байрам концерты Адик Шәйәхмәтов, Илфат Ямалыев һәм Илнур Вәлиевтың башҡарыуында республика Гимны менән башланды. Халыҡ алдында районыбыҙҙың мәшһүр йырсылары, бейеүселәре, ансамблдәре сығыш яһаны. Ауыл уңғандары ит һәм һөт аҙыҡтары, бал, йәшелсә, емеш-еләк, кейем-һалым һәм ағас үҫентеләре менән дә сауҙа итте. Бынан тыш, байрам барышында дармарка ла ойошторолдо. Йә иһә теләгән һәр кем күргәҙмәләге оҡшаған бер әйберҙе алып, уның урынына үҙенекен ҡалдырҙы.
Читайте нас: