Бөтә яңылыҡтар
5 Октябрь 2018, 14:18

Хөрмәт төбө – хеҙмәт

Малаяҙ ауылындағы һөнәрселек училищеһы 1983 йылда асыла. Ошо ваҡыт эсендә училище ауыл хужалығы өсөн бик күп кадрҙар әҙерләгән һәм әҙерләүҙе дауам итә.

Ауылдарға квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә училищеның преподавателе Ринат Фәрит улы Хәйрет­диновтың да хеҙмәте ҙур. Ул “Машина-трактор паркын ремонтлау һәм техник хеҙмәт­ләндереү” махсус пред­меттан дәрестәр бирә. Нисәмә быуын тракторсылар уның ярҙамында тәү башлап техника менән танышып, ысын үҙ һөнәр оҫталары булып киткән. Силәбе Ауыл хужалығы механизациялау һәм электрификациялау институтын тамамлап, бер ни тиклем Сельхозхимия ойошмаһында эшләгәндән һуң, ул училищеға килә. Утыҙ йыл ошо белем биреү учреждениеһында хеҙмәт иткән Ринат Фәрит улы Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы исемен ғорур йөрөтә.
– Йылдан-йыл училищеның матди-техник базаһы нығый. Уҡыу кабинеттарында һәм оҫтаханаларында заманса техник средстволар менән тулылана. Әле бына яңы ғына тағы мультимедиа таҡтаһы, башҡа ҡорамалдар алынды. Ҡул һыҙғанып эшләргә лә эшләргә, – ти бөгөнгө колледждың абруйлы педагогы.
Ринат Фәрит улы ғаиләһе менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Тормош иптәше менән ике ул үҫтереп, бөгөн олатай-өләсәй бәхетен дә кисерә улар.
Уҡытыусылар көнө уңайы менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: