Музыка көнө йыл һайын бөтә илдәрҙә лә билдәләнә.
Малаяҙ ауылының Балалар сәнғәт мәктәбе был матур байрамды яңы уңыштары менән билдәләй. Яңы уҡыу йылына 298 бала музыка инструменттарында, музыкаль грамотаға, йыр-бейеүгә, һүрәт төшөрөргә өйрәнергә теләк белдергән. 80 бала тәүләп килгән.
Үткән йылда ла тәрбиәләнеүселәребеҙ Халыҡ-ара, Төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм зона ярыштарында ҡатнашып, Лауреат һәм Дипломант исемдәрен яуланы. Балалар сәнғәт мәктәбенең 18 преподавателенең 14-е үҙ уҡыусыларын төрлө конкурстарға, олимпиадаларға әҙерләгән. Тәрбиәләнеүселәребеҙ тейешле кимәлдә сығыш яһап, компетентлы жюри ағзаларының юғары баһаһын алды. Бынан тыш, 6 преподаватель шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Конкурстарҙа бик яҡшы сығыш яһаған 5 уҡыусыбыҙ 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә район хакимиәтенең стипендиаттары исеменә лайыҡ булды.
Яңы уҡыу йылында мәктәптә гитара класы асылды, яңы белгестәр преподавателдәр сафын тулыландырҙы. Музыка көнө һәм Уҡытыусылар көнө уңайынан коллегаларымды, тәрбиәләнеүселәребеҙҙе һәм музыка һөйөүселәрҙе ҡотлап, ижади уңыштар теләге килә.