Бөтә яңылыҡтар
28 Сентябрь 2018, 10:41

“Ҡартаям, тип һис тә хафаланма, Өлкәндәрҙә аҡыл-сабырлыҡ”

Алтмышты уҙғандар өлкән кеше тип һанала. Тимәк, һәр бишенсе кеше – оло быуын вәкиле. Статистиканан күренеүенсә, 2000 йылдар башында ер йөҙөндә алтмышты уҙған 590 миллион кеше иҫәпләнә ине. Әле Рәсәйҙә 30 миллионлап оло йәштәгеләр йәшәй. Матур итеп ҡартайыу бәхет булһа, ә сәләмәтлек ҡаҡшау проблемалар тыуҙыра. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡартайған көндә ҡараусыһыҙ ҡалыуы ла күңелһеҙ күренеш. Шуға ла шундайҙар өсөн илебеҙҙә Социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре төҙөлгән.

Беҙҙең районда ла шундай хеҙмәт бар. Ул “Өмөт” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тип атала. Социаль хеҙмәткәрҙәр өлкән кешеләргә һәм инвалидтарға өйҙәренә барып, төрлө хеҙмәт күрһәтә. Кемгәлер аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, дарыу килтерергә, кемгәлер ҡышҡылыҡҡа утын ярырға, баҡсаһында ярҙамлашырға, һыу килтерергә, ҡар таҙартырға ла кәрәк була.
Рәмилә Хәйбуллина Мәсетле ауылының 14 өлкән кешеһен хеҙмәтләндерә. Һөнәре буйынса тәрбиәсе булған Рәмилә Ғимран ҡыҙы дүрт йыл ошо эштә. Өлкән йәштәгеләр ҙә уның эшенән бик ҡәнәғәт. Һәр береһе менән яҡшы мөғәләмәлә, йылмайған йөҙөнән нур бөркә, тиҙәр уның хаҡында.
Бынан тыш, Рәмилә Ғимран ҡыҙы ауылдың мәҙәни-спорт сараларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталары менән дә бүләкләнгән.
Читайте нас: