14 сентябрҙә Италияның Мадонна Ди Кампильо ҡаласығы эргәһендәге Адамелло Брента геопаркында үткән 8-се Халыҡ-ара конференцияһында “Янғантау” геопаркы ғаризаһы ҡаралды һәм раҫланды.
Донъяның 40-ҡа яҡын геопаркынан 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашҡан сарала “Янғантау” геопаркының презентацияһы үткәрелде. Конференцияла геопарктар буйынса Рәсәй комитеты рәйесе Олег Петров, ЮНЕСКО-ның геопарктар буйынса программаһы етәксеһе Патрик Ман Кивер билдәләүенсә, тәүге геопарктың тап Башҡортостанда барлыҡҡа килеүе республика етәкселегенең бер төптән эшләүе һөҙөмтәһе. Башҡа геопарктарҙың ғаризалары 4 – 5 йыл ҡаралһа, республика был этапты бер йыл эсендә үтте. Хәҙер ҙур ышаныс менән Рәсәйҙәге тәүге ЮНЕСКО геопаркы Башҡортостанда буласаҡ тип әйтергә мөмкин. Халыҡ-ара эксперттар бөтә объекттарҙың да ҡиммәтле булыуын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау»ҙы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү ғаризаһын республика 2017 йылдың ноябрендә бирҙе. Әлеге ваҡытта уға донъяның 38 илендәге 140 геопарк инә. Уҙған йәй ЮНЕСКО белгестәре биләмәнең статусын раҫлау өсөн Салауат районында булды. «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереү тураһында аҙаҡҡа ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Совет белгестәренең отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.