"Салауат урман хужалығы” ҡарамағындағы урман 170287 гектарҙы биләй, шуларҙың һаҡлауға мохтаж булғаны – 59835 г, ә файҙалана торған урманы 110452 гектарға тиң. Ул үҙ эсенә Салауат, Ҡыйғы райондары участкаларын берләштерә.
Хужалыҡта уңған, берҙәм коллектив эшләй. Рәфит Бәҙретдиновтың етәкселегендә эшләгән участка лесничийҙары Фаил Әхтәров, Азат Камалов, Адлир Миниәхмәтов, Вячеслав Москвичев, Айрат Сәхәүетдинов, инженерҙар Екатерина Изиляева, Ләйсән Закирова, Гүзәл Сәфиуллина бөгөн урман һағына баҫҡан хеҙмәт алдынғылары.
– Төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, уның потенциалын нығытыу, урман хужалығының эффектлылығын күтәреү, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау. Торлаҡ һәм ихата ҡаралтылары төҙөлөшө, йортто реконструкциялау, йылытыу, ремонтлау кеүек төрлө йүнәлештәргә ағас бүленә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты ағас менән тәьмин итеү өсөн аукциондар уҙғарылып, 33, 5 т. кубометр ағас бирелде, – ти Рәфит Ильдус улы.
Урман хужалығы ҡырҡылған урманды тергеҙеү буйынса даими саралар үткәрә. 2306 гектарҙа санитар- һауыҡтырыу эштәре башҡарылһа, барыһы 377 гектар ергә ағас үҫентеләре ултыртылған. Ҡуртымға бирелгән диләнкәләр ҙә даими тикшерелеп тора.
Урман ҡағиҙәләрен үтәүселәр күп, ләкин уларға ҡаршы килеүселәр ҙә юҡ түгел, ундайҙарҙы эш боҙған ерендә тотоп, штрафҡа тарттыралар. Былтыр барыһы 142 административ протокол төҙөлгән. Ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу арҡаһында урман хужалығына 211 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. Барлыҡ мәғлүмәт тикшерелгәндән һуң килтерелгән зыян тураһында документтар әҙерләнеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған.
Урман хеҙмәткәрҙәре байрамы көнө айҡанлы бөтә урмансыларға ауыр эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!