Ренат Факиев һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл ярымда һайлауҙарҙа Дим районының һайлау комиссиялары даими күҙәтелде, уларҙың эше күбеһенсә активистарҙың Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына еткергән мәғлүмәт ярҙамында яҡшырҙы.
— Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан тикшереүҙәр өсөн махсус комиссия килде, — тип һөйләй активист. — Дим районының ике участка һайлау комиссияһы рәйесе асыҡланған боҙоуҙар сәбәпле вазифаларынан бушатылды.
Ирекмән һүҙҙәренсә, һайлауҙарҙа күҙәтеү менән шөғөлләнеү мөһим, «сөнки һайлауҙарҙың законлылығы бик мөһим һәм һайлауҙарҙа ҡатнашыу кәрәклеге граждандарҙа һаҡланһын өсөн кәрәк».