Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2018, 14:54

Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау мотлаҡ

Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреү эш биреүсенең бурысы булып тора. Ул 2014 йылдан эш урындарын аттестациялау урынына индерелде.

Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреү эш биреүсенең бурысы булып тора. Ул 2014 йылдан эш урындарын аттестациялау урынына индерелде.
Федераль закон буйынса, эш урындарына хеҙмәт шарттарын махсус баһалау (СОУТ) этаплап үткәрелеп, 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланырға тейеш. Әгәр был закон ҡабул ителгәнсе эш урындарына аттестация уҙғарылһа, ул биш йыл ғәмәлдә була. Тик пландан тыш ошондай сара үткәреү талап ителгәндә генә был иҫәпкә алынмай. Ғәмәлдәге ваҡыты сыҡһа, махсус баһалау үткәргәндә зыянлы йәки хәүефле хеҙмәт шарттары асыҡланһа, СОУТ уҙғарыу мотлаҡ.
Федераль закондың 10-сы статьяһының 6-сы өлөшөндә билдәләнеүенсә, хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тәү сиратта, этаптарға бүлмәй үткәрелергә тейеш.
СОУТ-ты РФ Хеҙмәт министрлығынан махсус рөхсәт алған махсуслаштырылған ойошмалар ғына үткәрә ала. Бындай ойошмаларҙың исемлеге район хакимиәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында урынлашҡан.
2018 йылдың 1 апреленә ҡарата Салауат районында предприятиеларҙың 18,9 проценты ғына СОУТ үткәргән. Ваҡыт аҙ ҡалды, 31 декабрҙән һуң дәүләт инспекторҙары предприятиеларҙы яуапҡа тарттыра башлаясаҡ. РФ КоАП-ның 5.27.1-се статьяһы буйынса 80 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Предприятиелар, ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙарға СОУТ үткәреүҙе тиҙләтергә кәрәк. Салауат районында кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары, хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреүҙә ярҙам һорап, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге тәжрибәле белгес Маргасова Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙына мөрәжәғәт итә ала. Уның офисы “Госстрах” бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан.
Гөлшат Кисмерешкина,
БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының Салауат районындағы территориаль бүлеге әйҙәүсе белгесе.
Читайте нас: