Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2018, 20:58

Рөстәм Хәмитов Мәсетле киҫелешендә фәнни үҙәк төҙөләсәген белдерҙе

– Был киҫелеште өйрәнеү фән, мәғариф, туризмды үҫтереү өсөн мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда “алтын киҫелеш” тәр булыуы беҙгә абруй өҫтәйәсәк. Бында ниндәйҙер үҙәк төҙөргә кәрәк. Проектын эшләгеҙ, республика яғынан финанс ярҙам күрһәтербеҙ.Башҡортостан Башлығы Геопарк объекттарының береһендә булды.

17 августа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат районында булып китте. “Янғантау” шифаханаһына эш сәфәре барышында ул Мәсетле ауылы эргәһендәге геологик киҫелеште лә ҡараны. Был уникаль тәбиғи-геологик урын бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ғалим-геологтарҙың асышына ярашлы, ул донъялағы Пермь осороноң иң билдәле киҫелештәренең береһен тәшкил итә. Бында Ерҙең 5 млн. йыллыҡ геологик тарихы һаҡланған. Халыҡ-ара кимәлдә ошо урынға “алтын ҡаҙаҡ” ҡағыу мәсьәләһе ҡарала. Әле киҫелештә ғалимдар тикшеренеү эштәре алып бара.

Башҡортостан етәксеһен эш барышы менән район хакимиәте башлығы Марс Кашапов таныштырҙы. Уның һөйләүенсә, “Янғантау” шифаханаһы ғалимдарға урынды өйрәнеү өсөн шарттар булдырған: Мәсетле геологик киҫелешен тауҙың аҫтынан өҫкә тиклем ҡаҙҙырған, һәр ҡатлам билдәләнеп, унда мәғлүмәт таҡталары ҡуйылған, тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Ҡазан дәүләт федераль университеты доценты Гүзәл Сөнәғәтуллина 285 млн. йыл элек киҫелештең диңгеҙ төбөндә булыуы, быны боронғо хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең ташҡа һеңеп ҡалған һындары иҫбатлауы тураһында һөйләне. Йылдар, быуаттар буйына барлыҡҡа килгән ҡатламдарҙан моллюскалар, балыҡтар, үлән-сәскәләрҙең тау тоҡомонда ҡалған эҙҙәре буйынса улар ҡасандыр тереклек иткән дәүерҙе билдәләргә була. Был киҫелеш Ер шарының бүтән урындары менән сағыштырып эшләү өсөн яҡшы эталон. Әле Рәсәйҙә ундай урындар юҡ. БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге Фәнни тикшеренеү институты директоры Лариса Белан әйтеүенсә, ғалимдар килгән һайын яңы асышҡа юлыға, яңыраҡ районда булып киткән ЮНЕСКО халыҡ-ара эксперттары ла был үҙенсәлекле урынды оҡшатҡан. “Янғантау” геопаркы гиды Сәриә Бикбулатова бында автобустар менән мәктәп уҡыусылары ла, туристар ҙа килеүе хаҡында һөйләне. Геологик объектты тәбиғәт һәм климат йоғонтоһо арҡаһында емерелеүҙән һаҡлау, төҙөкләндереү, уға тигеҙ юл һалыу, баҫҡыс-һуҡмаҡтар, артобъекттар, күҙәтеү майҙансығы эшләү талап ителә.

– Был киҫелеште өйрәнеү фән, мәғариф, туризмды үҫтереү өсөн мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда “алтын киҫелеш” тәр булыуы беҙгә абруй өҫтәйәсәк. Бында ниндәйҙер үҙәк төҙөргә кәрәк. Проектын эшләгеҙ, республика яғынан финанс ярҙам күрһәтербеҙ.

Республика Башлығы Мәсетле мәсетендә лә булды, музей бүлмәһендә киҫелештән алынған тау тоҡомдарын өйрәнде. Унда ауыл имамы, уникаль шәхес Ғабит Ғималовтың үҙе яһаған ҡумыҙҙа уйнауын тыңлап, рәсемдәрен ҡарап, изге Ҡорбан ғәйете алдынан хәйер һалып сыҡты.
Читайте нас: