Геопарк асылып, районыбыҙ донъя кимәлендә билдәлелек алып, бында халыҡ-ара туристар киләсәк. Халыҡ өсөн дә был ыңғай күренеш. Сөнки урындағылар ауыл хужалығы тауарҙарын, үҙҙәренең ҡул эштәрен һатып, милли костюмдар, музыка ҡоралдарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороп, йә иһә башҡа ысул менән аҡса эшләү мөмкинлеген ала.
Ҡайһы берәүҙәр бөгөндән үк мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмай, ошо йүнәлештә эш башлаған да инде. Шундай йүнселдәрҙең береһе – Ахун ауылында йәшәүсе Миннихан Искәнйәров. Һөнәре буйынса мал табибы булған Миннихан Ибраһим улы “Янғантау” шифаханаһының ат спорты комплексында инструктор була. Ағастан төрлө әйберҙәр эшләү – уның яратҡан шөғөлө. Һунарсы, оҫта ҡуллы ир уҙаманы тәбиғәткә һоҡланып йөрөргә ярата.
– Ағас – йәнле ул, уны дөрөҫ аңларға кәрәк, – ти ул, – төрлө формалағы ағастарға иғтибар итәм. Һуңынан уны берәй кәрәкле әйбергә әйләндерәм.
Миннихан Ибраһим улы боронғо ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙә ҙур өлөш индереүсе лә. Тырышлығын, оҫталығын эшкә егеп, ул бер нисә көн эсендә клуб янына матур тирмә эшләп ҡуйған. Ундағы уҡ, йәйә, суҡмар, ырғаҡ һәм башҡа әйберҙәрҙе лә мәҡәлә геройыбыҙ яһаған.
– Төп эшемдән киттем, хәҙер яратҡан шөғөлөм менән булырға бер нәмә лә ҡамасауламаясаҡ. Халыҡ та эштәрем менән ҡыҙыҡһына, – ти ул.
Ысынлап та, үҙ эшен яратып, ҙур оҫталыҡ менән яһалған әйберҙәргә һәр ваҡыт һорау буласаҡ. Районға киләсәк туристарҙы ла Миннихан Ибраһим улы эштәре менән һоҡландыра алырына шик юҡ.