Халыҡ-ара эксперттар – Салауаттың тыуған төйәгендә
Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәре эксперттары Алиреза Амриказеми (Иран) һәм Артур Са (Португалия) булып китте. Ғалимдар Салауат районындағы «Янғантау» геопаркын баһаланы. «Янғантау» Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә.
Рәсәйҙәге тәүге ЮНЕСКО геопаркының маршруты менән танышыу һәм уны баһалау маҡсаты менән Салауат районына килгән эксперттар икенсе көндө Әлкә ауылы биләмәһенә юлланды.
Салауат районы – башҡорттарҙың милли геройы тыуған ер. Ошо урындар уның рухы менән һуғарылған. Шул уҡ Салауат йәшеренгән Иҙрис мәмерйәһен генә ал. Уның исеменә бәйле мәмерйәгә барыу ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Португалия эксперты Артур Са, Ирандан Алиреза Амриказеми, БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге Фәнни-тикшеренеү институты директоры Лариса Белан, мәмерйәне ҡарағандан һуң, районыбыҙҙың матурлығына һоҡланып, Яңы Ҡаратаулы ауылына тиклем кәмәләрҙә ағып төштө. Шулай уҡ ҡунаҡтар шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилевтың “Шайтан-Көҙәй” тирмәләр кемпингында ла булды.
Артабан улар милли батырыбыҙҙың тыуған ауылы боронғо Тәкәйгә юлланды. Ауыл халҡы һәм Арҡауыл, Ҡалмаҡтан килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы бик матур итеп ҡаршы алды. Эксперттарға “Серҙәш” ансамбле ҡуйған киске уйын, моңло йырҙар бик ныҡ оҡшаны. Һуңынан улар, усаҡ янына ултырып, ай тотолғанын да күҙәтте.Эксперттар йәнә Әлкә ауылына килеп, был юлы улар тәбиғәт матурлығына ғына һоҡланып ҡалманы, ә ауыл тормошон, урындағы халыҡтың йәшәйешен ҡараны. Шулай уҡ эксперттар ауыл уңғаны Фәнис Хабаевтың хужалығында булды, башҡорттарҙың боронғо кәсебе умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән танышты.
Бынан тыш, эксперттар Урмансы, Лаҡлы, Лағыр ауылдарында ла булды. Лағырҙа улар “Йыйын – 2018” байрамында ҡатнашты. Делегацияны ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов ҡаршы алды. Мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов Лағыр ауылының тарихы менән таныштырҙы. Шуныһы ҡыҙыҡлы, легендалар һәм риүәйәттәр буйынса өс быуат элек был урында немец геологтары туҡтаған булған. Бер ҡыҙ Ринат Даян улының оло олатаһы менән ҡалып, уларҙың балалары тыуған. Шуға ла, бәлки, Лағыр ауылының исеме “лагерь” һүҙенән килеп сыҡҡандыр.
Артабан ҡунаҡтар Кәкре ҡайын шишмәһе, “Оло таш” һәм башҡа тарихи, ҡыҙыҡлы урындарҙа булды.
Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ тыуған илебеҙҙе һаҡлап яу сапҡан, атҡа атланып, дошманды ҡыйратҡан. Шуныһы ҡыуаныслы, йылдар үтеү менән мәргән уҡсылар исеме ҡабаттан тергеҙелә. Йыйын байрамы ана шул шанлы йылдар тарихын тергеҙеүсе, башҡорт халҡының йолаларын, йәшәйешен сағылдырыусы сара итеп ойошторолдо. Атта сабып барған килеш йәйәнән уҡ атыу, ҡылыс, ҡамсы менән идара итеү сәнғәтен сағылдырған тамаша йыйынға килгән халыҡтың күңеленә хуш килде. Бынан тыш, тоҡ менән бәрешеү, һыу тултырылған биҙрәләр менән ярыш, билбау тартыу, көрәш һәм башҡа милли уйындар бик ҡыҙыҡлы үтте. Милли һөнәрҙәр, урындағы халыҡтың боронғо һәм заманса шөғөлдәре: тимерҙе иретеп йәбештереү, умартасылыҡ, ҡымыҙ бешеү, дарыу үләндәре менән ҡунаҡтарҙы Айҙар Ғаззалов, Миләүшә Бикмеева, Роза Зиннәтуллина, Әҡлимә Хәйрова, Мәүлиҙә Тарханова, Мәүлиҙә Ишмырҙина, Рәүиә Хәйбуллина, Радик һәм Рәзимә Мөхәмәтйәновтар, Мәүлиә Яруллина һәм башҡалар таныштырҙы.
Был көндө майҙанда йыр-моң тынманы. Башҡорт халҡының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре сит ил кешеләренең күңелен, һис шикһеҙ, яулағандыр. Бынан тыш, ҡунаҡтар Лағыр мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булып, ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышты.
Урмансыла – этнойортта, Лаҡлыла – Ҡаҙылыҡ ашында
Лаҡлы ауыл биләмәһе лә хозур тәбиғәте, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары, тырыш, алсаҡ халҡы менән районда, республикала дан тотҡан урын. Шуға ла ЮНЕСКО эксперттарының был урынға килеүе осраҡлы булманы. Иң тәүҙә ҡунаҡтар Урмансы ауылында Сафуан Сәйетғәлиндың тырышлығы менән булдырылған этнойортҡа инеп сыҡты. Ҙур булмаған музейҙы хәтерләткән өйҙә башҡорттарҙың боронғо көнкүреш әйберҙәре, милли кейемдәре, музыка ҡоралдары тупланған. Һике, самауыр, күмер үтек, ҡаҙан, ҡул тирмәне, ҡомған, һелкеүес, ағас батман, балаҫтар, мендәр, һандыҡ, һәндерә, өҫтәл, эскәмйә һәм башҡа әйберҙәр этноөйҙә урын алған. Башҡорт халҡының көнитмешен сағылдырған торлаҡты ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡарағас, Лаҡлы ауылына төп байрамға юлланды. Әй буйында Ыласынташ ҡаяһы эргәһендә ойошторолған сағыу тамаша – “Ҡаҙылыҡ ашы” байрамына ауыл халҡы ғына түгел, ситтә йәшәгән ауылдаштар, республиканың төрлө тәбәктәренән ҡунаҡтар саҡырылғайны. Халҡыбыҙҙың бай мираҫына – йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән байрамды ҙур кимәлдә үткәреү өсөн ауыл биләмәһе башлығы Зилә Әғзәмова, клуб, мәктәп, китапхана хеҙмәткәрҙәре, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡы ҙур тырышлыҡ һалды. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Владик Нәбиуллин, Ринат Талыпов, Игорь Хәбибуллин, Илдар Зәйнуллин байрамды ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Ауылдаштарын моңло тауыштары, сағыу сығыштары менән һөйөндөрөргә Башҡортостан артистары Рәсимә Ғәйфуллина менән Ғәлиә Солтанова ла ҡайтҡайны. “Сулпан”, “Әй моңдары”, “Йәш йөрәктәр”, “Непоседы” ансамблдәре ҡунаҡтарға йыр-моң бүләк итте, байрам тарихы тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҡунаҡтар башҡорт, татар аш-һыуынан һығылып торған өҫтәл янына килеп, тәмлекәстәр менән һыйланды. Һәм, әлбиттә, ҡаҙылыҡты ла тәмләп ҡараны.
ЮНЕСКО-ға индереү ҡараласаҡ әле
Эш сәфәренең һуңғы көнөндә ЮНЕСКО статусын алыуға дәғүә итеүсе «Янғантау» геопаркына баһа биреү һәм уның талаптары тураһында кәңәшмә уҙғарылды. Дүрт сәғәт барышында халыҡ-ара эксперттар документтарҙы, фото һәм видеомәғлүмәттәрҙе ҡараны.
- Эксперттар «Янғантау» геопаркының геологик, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫының төп объекттарын, шул иҫәптән «Мәсетле» Пермь осоро тоҡомдарының геологик урынын һәм ҡаҙылма фауна тупланған ерҙәрҙе барып ҡараны. Барлыҡ ошо объекттар боронғо Тетис океаны булған осорҙа ошо биләмәнең үҫеш тарихын күрһәтә. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы геопарктың визит-үҙәге һәм уның биләмәһендәге төп туристик маршруттар менән таныштырҙылар. Улар – Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағып төшөү, велосипед туры, атта йөрөү, экоһуҡмаҡтар.
Бынан тыш, сит ил эксперттарына Янғантауҙың шифалы сығанаҡтары файҙаһын үҙҙәрендә һынап ҡарарға, урындағы халыҡтың фольклор байрамында ҡатнашырға тәҡдим ителде.
Эксперттар һүҙҙәренсә, «Янғантау»ҙың ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүе тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Советта эксперттарҙың отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында үҙенсәлекле урындар, тәбиғи һәм геологик парктар булған биләмәләр, атап әйткәндә, Башҡортостан өсөн уларҙың халыҡ-ара тигән статус алыуы фәнде, мәғариф проекттарын, туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса тип белдергәйне.
«Геологик парктар булдырыу иҡтисади үҫешкә, социаль инфраструктураны яҡшыртырға, туристар ағымын арттырырға, киң аудитория өсөн ҡыҙыҡлы мәғариф проекттарын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Туризм йыш ҡына биләмәләрҙе үҫтереүҙең төп факторҙарының береһенә әүерелә. Күп кенә дәүләттәрҙә хеҙмәттәр эскпортының өстән бер өлөшө һәм хатта күберәге туризм, рекреация өлөшөнә тура килә. Был йәһәттән беҙҙә, әлбиттә, резервтар ҙур»
Башҡортостандан ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә ғариза 2017 йылдың ноябрендә тапшырылғайны. Номинация документын Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Ҡазан федераль университеты ғалимдары, «Янғантау» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.