Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2018, 11:58

Яҙабыҙ ҙа, таҙартабыҙ ҙа

Редакция хеҙмәткәрҙәре, экологик өмә ойоштороп, өс тонна сүп-сар йыйҙы

Салауат районы мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре таҙартыу, төҙөкләндереү эштәрендә дәррәү ҡатнаша. Был юлы директорыбыҙ Нурислам Низаметдиновтың инициативаһы менән “Росгосстрах” бинаһы артында урынлашҡан төрлө учреждениеларҙың гараждар араһын таҙартырға булдыҡ.
Әйткәндәй, береһенә лә кәрәк булмаған был урында оҙаҡ йылдар теләһә нәмә ырғытылып, сүплеккә әйләнгәйне. Сер түгел, гараждар араһы асарбаҡтар, эскеселәрҙең яратҡан урыны. Шулай уҡ унда йәштәр башҡаларҙан йәшеренеп тәмәке тартырға, эсергә әүәҫ.
20 йылдан ашыу йыйылған сүплекте нисек таҙартып бөтәбеҙ инде тип шикләнеп, унан сыҡҡан яман сирҡаныс еҫтән бер аҙ тартынып торҙоҡ та, эш башланыҡ. Нәмә генә юҡ ине бында: пластик, быяла шешәләр, сереп тарҡала башлаған сепрәктәр, ҡағыҙ, тимер-томор, емерелгән кәртәләр, хатта шкаф, ултырғыстар. Ике сәғәт эсендә сүптәрҙе тоҡтарға тултырҙыҡ, ҙурҙарын ир-егеттәр “ГАЗ – 53” йөк машинаһына тейәп торҙо. Һөҙөмтәлә машинаның арбаһына өс тонна сүп-сар тултырылды. Бынан тыш, элекке типография бинаһында архив бүлеген ремонтлағандан һуң ҡалған иҫке ишеккә, төҙөлөш сүп-сарына ла арбала урын табылды. Тирә-яҡта үҫеп ултырған үләндәрҙе лә сапҡас, гараждар араһы бөтөнләй таҙарып, йәмле булып ҡалды.
Шуны әйтергә кәрәк, йылдар буйына йыйылған сүплек урыны район үҙәгендә һуңғыһы түгел. Билдәле, сүп-сарҙы ситтәр килеп таҙартмаясаҡ. Беҙ, журналист халҡы, тирә-яҡтағы тәртипһеҙлекте күреп, тәнҡитләп яҙабыҙ ҙа, кәрәк икән, дәррәү сығып таҙартып, йыйыштырып та ҡуябыҙ. Шуға ла булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп, районыбыҙҙың йәмен арттырып йәшәйек.
Читайте нас: