Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2018, 12:14

Диңгеҙселәрҙе берләштерҙе

Һәр йыл һайын июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә диңгеҙ һынауҙары үткән ветерандар һәм уларҙан өлгө алырлыҡ йәштәр осрашып, байрамдарын билдәләй. Төрлө быуын моряктарын берләштергән байрам районда ла ҙурлап уҙғарыла.

Һәр йыл һайын июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә диңгеҙ һынауҙары үткән ветерандар һәм уларҙан өлгө алырлыҡ йәштәр осрашып, байрамдарын билдәләй. Төрлө быуын моряктарын берләштергән байрам районда ла ҙурлап уҙғарыла.
Диңгеҙселәр байрамы ысын мәғәнәһендә патриотик байрамға әүерелде. Был көндө 30-ҙан ашыу моряк Билдәһеҙ һалдат һәйкәле янына йыйылып, сәскәләр һәм веноктар һалды. Уларҙы байрам менән диңгеҙ флоты ветераны Рәмил Сәйфетдинов ҡотлап үтте. Артабан сараға килеүселәр автоуҙышта ҡатнашты. Ир-егеттәр автомобилдәрҙә, хәрби-диңгеҙ флоты һәм диңгеҙ пехотаһы флагтарын ҡуйып, Ҡорғаҙаҡҡа тиклем барҙы.
Һуңынан улар тәбиғәт ҡосағында байрам итте, футбол, волейбол кеүек спорт ярыштарында ҡатнашты. Сараны ойоштороуҙа Исрафил Хәйров, Артур Ғибаҙуллин , Ренат Кинйәбаев һәм Ринат Ғәлиев ҙур өлөш индерҙе.
Ә шәмбе көндө байрам уңайынан район халҡы өсөн концерт уҙғарылды. Рәмил Сәйфетдинов Арғаяш районынан артистарҙы саҡырғайны. Йырсыларҙың дәртле сығыштары халыҡҡа хуш килде. Ололар йырлап-бейеп күңел асһа, балалар флешмобта ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов байрам менән ҡотлап, хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сара бик матур фейерверк менән тамамланды.
Читайте нас: