Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәре эксперты, Халыҡ-ара ер аҫты һыу ресурстарын баһалау үҙәге консультанты Сурен Гевинян менән осрашты. Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО статусын алыуға дәғүә итеүсе «Янғантау» геопаркы фекер алышыу темаһы булды.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев Салауат районы биләмәһендә «Янғантау» геопаркы ойоштороу тигән ҡарар 2017 йылдың июнь айында Өфөлә үткән Халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә ҡабул ителгәнен хәтергә төшөрҙө. 2018 йылдың июлендә республикала халыҡ-ара белгестәрҙе көтәләр, улар геологик парк биләмәһен ҡараясаҡ. Илдар Һаҙыев геопаркты ойоштороуҙа Сурен Гевиняндың ролен айырым билдәләп үтте һәм статус биреүгә ғаризаның 2018 йылдың сентябрендә ҡараласағын хәбәр итте.
– Геологик планда республика ҡыҙыҡлы. Уны беҙҙә булып киткән байтаҡ белгестәр билдәләй. Беҙҙә, ғөмүмән әйткәндә, бөтә нимәне – тауҙарҙы, тигеҙ ерҙәрҙе, далаларҙы күрергә мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов.
– Беҙ геопарктар аша республикабыҙға туристик берләшмәләрҙең иғтибарын йәлеп итергә, тәбиғәтебеҙҙе ҡарарға теләүсе кешеләр ағымын ойошторорға теләйбеҙ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Янғантау» геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль исемлегенә индереү Салауат районында индустрияға ҡарамаған үҫеш драйверы буласағын, биләмәнең геологик, археологик һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәген, шулай уҡ өҫтәмә табыш килтерәсәген билдәләне.
– Һеҙҙә күптәрҙә булмаған күп нәмәләр бар. Иҫ киткес тәбиғәтегеҙ, ғәжәп тарихығыҙ. Гелогияғыҙ бик ҡыҙыҡ. Иң мөһиме, һеҙҙә йолаларҙы һаҡлаусы бик һәйбәт кешеләр. Һеҙҙең үҫешкән ғилми мәктәбегеҙ бар, – тине Сурен Гевинян. – Геопарктың глобаль исемлеккә инеүе туризм, музейҙарға йөрөү, сувенирҙар етештереү, бал һатыу ярҙамында өҫтәмә табыш килтерәсәк. Кемдәрҙер гид булып эшләйәсәк, берәүҙәр кешеләрҙе өйөндә ҡабул итәсәк, икенселәр кейем бесеү һәм тегеү менән шөғөлләнәсәк, уҡытасаҡ, туристар өсөн аҙыҡ-түлек етештерәсәк. Шулай уҡ яңы статус менән халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы уҙғарыу еңелерәк буласаҡ.