Яҙғыйорт ауылында күптән түгел генә үҙенсәлекле хужалыҡ барлыҡҡа килде. Бында, ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта, Алтай крайынан килтерелгән маралдар һәм ала-сыбар боландар аҫырайҙар. Элекке Яңы Куркин (хәҙер ул ауыл юҡ инде) ерендә тереклек итә улар.
Владимир ЛУПЕЕВ – сығышы менән Яҙғыйорт ауылынан. Тыуған мәктәбендәге 4 кластан һуң, 12 километр йәйәү йөрөп, Торналыла белем ала. Аҙаҡ әрмелә хеҙмәт итә. Артабан иһә комсомол йүнәлтмәһе менән Себергә эшкә китә. Унда ул, уңышлы эшҡыуарға әүерелеп, пассажирҙар ташыусы автобус маршруты хеҙмәте менән шөғөлләнә. Владимир Александрович, ғүмер буйы ситтә йәшәһә лә, йыл һайын ғаиләһе менән ата-әсәһенә ҡайтып, бесән әҙерләшә. Ни тиһәң дә, тыуған яҡ тарта бит. Сорғот йүнселе Яҙғыйортта заманса итеп коттедж һала. Ауылдан ситтә, әлеге урынды ҡуртымға алып, быуа ҡаҙып, балыҡтар үрсетә. Ә былтырҙан ошо ерҙе кәртәләп алып, маралдар хужалығын ойоштороп ебәрә.
– Был төр хайуандарға мин һунар мәлендә ҡыҙыҡтым, – ти Владимир Лупеев. – Маралдарҙың панталары (ҡатып етмәгән мөгөҙө – авт.) дарыу эшләү өсөн файҙаланыла. Ә уның итен ресторандарҙа диетик туҡланыу өсөн ҡулланалар. Был боландарҙың ҡаны ла сихәтле – спортсылар унан йәшәреү ваннаһы керә.
Хужалыҡта 14 баш марал һәм 10 ала-сыбар болан иҫәпләнә. Улар тәбиғи шарттарҙағы ҙур майҙанда йәшәй. Бында ҡарауылсы өсөн йорт төҙөлгән һәм боландарҙы көтөргә аттар ҙа бар. Был төр ҡырағай хайуандар башлыса бесән һәм иген культуралары менән туҡлана. Йүнсел хужа 100 гектарлап һөрөнтө ерҙе эшкәртә. Бойҙай, һоло сәскән. Үҙенең өс берәмек тракторы, бесән сапҡысы, комбайны, сәскесе бар. Ул да Яҙғыйорт, Нәсибаш ауылы халҡының ҡарауһыҙ малдары, сәсеүлектәрҙе тапап, хужалыҡҡа зыян килтереүенә зарлана.
Районда үҙенсәлекле хужалыҡ ойоштороу – яҡшы башланғыс. Киләсәктә Владимир Лупеевтың маралдарын туристарға күрһәтеү өсөн был яҡ та Геопарк маршрутына индерелгән. Районыбыҙ үҫеше өсөн булдырылған был проекттың ул агротуризм йүнәлеше өсөн мөһим.