Урмансы ауылында ауылдаштар һәм һабаҡташтар байрамы үтте. Был сараны ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективы төрлө йылдарҙа уҡып сыҡҡан ауылдаштары, яҡташтары менән берлектә ойошторҙо.
Һабантуй майҙанынан уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып 2010 йылға тиклемге мәктәпте тамамлаусылар парад менән үтте. Совет осорон, пионерҙар хәрәкәте дәүерен иҫкә төшөрөп, ҡайһы бер өлкәнерәк быуын “кластар” ҡыҙыл галстуктар тағып сыҡҡайны. “Һаумыһығыҙ, һабаҡташтар! Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үҙ ауылындағы белем усағына иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында уҙғарылды. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусы Мөрсәлим мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡорт Илсекәйендә йәшәүсе ауылдашыбыҙ Рифат Мирхәйҙәровтың һөйләүенсә, Урмансы мәктәбе быйыл 105 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. 1913 йылда был башҡорт ауылында тәүге земство мәктәбе асылған. 1932 йылда – башланғыс мәктәп, 1949 й. – ете йыллыҡ, 1961 й. – һигеҙ йыллыҡ, ә 1990 йылда урта мәктәпкә әйләнә. Хәҙер инде, бөгөнгө мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу арҡаһында, Урмансы ауылындағы мәктәп төп белем биреү мәктәбе, Лаҡлы урта мәктәбенең бер филиалы ғына булып ҡалды.
Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, клуб хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән, бөтөн ауыл халҡы мәктәптең киләсәген ҡайғырта. Шуға ла быйыл улар, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, белем усағын йүнәттерәсәк. Мәктәп (филиал мөдире – Айгөл Шәймырҙина) һәм мәҙәниәт усағы (клуб мөдире – Сафуан Сәйетғәлин) хеҙмәткәрҙәре берләшеп, ауылдан ауылға йөрөп концерттар ҡуйып, уҡытыусы Венера Ғәлина етәкселегендәге инициатив төркөм халыҡтан, бағыусыларҙан аҡса йыйып, ваҡытында тейешле сумманы туплай алды. Тимәк, быйылдан ҡалмай мәктәптең тәҙрәләре, ишектәре яңыртыласаҡ.
Ауылдаштар байрамы концерт менән үрелеп барҙы. Урмансы ауылының биҙәге – “Етегән” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле, педагогтар коллективы, ауыл һәүәҫкәрҙәре, ситтән ҡайтҡан яҡташтарҙың йыр-моңонан һабантуй аҡланы яңғырап торҙо. Тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һылып йүгереү, “килендәр бәйгеһе”, гер күтәреү, волейбол ярыштары ла булды. Колхоздар тарҡалғандан бирле бындай халыҡ байрамдары бәләкәй ауылдарҙа йыл һайын булып тормай бит. Йәмле йәйҙең бер көнөндә ауылдаштарға, һабаҡташтарға бергә осрашырға сәбәп булды был сара.