Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2018, 16:04

Халыҡҡа яҡын эшләй

Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы, халыҡты ҡабул итте

Рәсәй Феде­ра­цияһы Федераль Йыйы­лышы­ның Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бик­баев үҙенең окру­гында һайлаусылары менән әүҙем эшләй. Килгән һа­йын халыҡ менән осраша, граж­дандарҙы ҡабул итә.
Район һабан­туйының икенсе көнөнә ул Малаяҙ үҙәк дауа­ханаһында булды. 17 июндә Меди­цина хеҙмәт­кәрҙәре көнө билдәләнде бит. Илдар Зиннур улы табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Депутат район хакимиәте башлығы Марс Кашапов менән дауахананы ҡараны, баш врач Нурғәли Бикбулатов менән осрашты. “Тиҙ ярҙам”, терапия бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне, күстәнәс тапшырҙы.
Илдар Бикбаев шул көндө Салауат, Әлкә һәм Ишембай ауыл биләмәләренә сығып, күсмә ҡабул итеү ҙә ойошторҙо. Малаяҙҙан ҡуртымға бирелгән ерҙең аҡсаһын урындағы ауыл биләмәһе файҙаһына бүлеүҙе ҡарау, хужаһыҙ милек, һалымға ҡағылышлы һ.б. һорауҙар бирҙеләр. Әлкә биләмәһенән Йонос ауылына газ үткәреү, бокс менән шөғөлләнеү өсөн ринг алыу мәсьәләһен күтәрһәләр, һуңғы ваҡыт күп һөйләнелгән пенсия йәшен арттырыу проблемаһы буйынса борсолоусылар ҙа булды.
Ишембай биләмәһе ауылдарына газ үткәреү, урындағы клубтың юҡлығы, мәктәпте ремонтлау, ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә ярҙам һәм юл һалдырыу буйынса үтенестәр менән мөрәжәғәт иттеләр. Ул урындағы һәр проблемалы объекттарҙы шәхсән барып ҡараны.
Дәүләт Думаһы депутатының райондағы ярҙамсыһы Айгиз Әхмәтйәнов хәбәр итеүенсә, Илдар Бикбаев быға тиклем ай башында Мәсетле, Торналы һәм Янғантау ауыл биләмәләрендә лә граждандарҙы ҡабул иткән.
Читайте нас: