Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2018, 12:38

Балалар һабантуйы – Геопарк майҙаны

Быйылғы Балалар һабантуйы Рәсәйҙәге тәүге Геопарк булдырылыуына арналды. Байрамдың рәсми ҡунаҡтарына өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡул эштәренән күргәҙмә тәҡдим итте, театрлаштырылған тамаша күрһәтте.

Арҡауылдан мәктәп уҡыусыһы Сынтимер Димов киптерелгән үлән ҡурайынан халҡыбыҙҙың милли ҡоралын яһау сере менән уртаҡлашып, шунда уҡ унан көй уйнап ишеттерҙе. Бының менән абруйлы ҡунаҡтар ныҡ ҡыҙыҡһынды. Бигерәк тә Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев ҡурай эшләүгә һәм уның моңона иғтибар итте. Үҙе лә ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләген белдерҙе.
Читайте нас: