Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2018, 12:30

Һабантуй – йырға-моңға тулы, уйнап-көлә унда бар кеше

“Салауат йы­­йыны” фольклор бай­рамы – ра­йон, рес­пуб­лика кимә­лендә үткән иң ҙур сара­ларҙың бе­реһе. Милли батырыбыҙ образы аша йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорур­ланыу тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны үҫтереү, милли спорт төрҙәрен, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп алған республика байрамы ошо йылдар дауамында алған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына ирешә.

“Салауат йы­­йыны” фольклор бай­рамы – ра­йон, рес­пуб­лика кимә­лендә үткән иң ҙур сара­ларҙың бе­реһе. Милли батырыбыҙ образы аша йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорур­ланыу тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны үҫтереү, милли спорт төрҙәрен, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп алған республика байрамы ошо йылдар дауамында алған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына ирешә.
Быйыл уның сиктәрендә «Йор үҙән» этно-фестивале лә үткәрелеп, үҙенең янына бихисап милләт вәкилдәрен тупланы.
Көн һыуыҡ, бер аҙ ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, байрамса кейенгән халыҡ һабантуй яланына ағылды. Унда иһә уларҙы тирмәләр, сауҙа нөктәләре менән гөрләп торған, байрам төҫө алған йәмле күренеш ҡаршыланы.
Байрам “Салауат – беҙҙең хәтерҙә” тип аталған театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Был тамашала 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм райондаштарыбыҙ үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. Салауат һәм Әминә ролен Ранис Хәкимов һәм Гөлназ Ишалина яҡшы итеп уйнаны. Тамашасылар Салауаттың бала һәм йәшлек саҡтарын күҙ алдына килтерҙе, туй йолаһы менән яҡындан танышты. Шулай уҡ Салауатты һуғышҡа оҙатыу береһен дә битараф ҡалдырманы. Тамашаның һуңында “Беҙҙең Салауат” йырын башҡарған хор барыһын да һоҡландырҙы.
Байрамды асыу тантанаһында район етәкселеге һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Йыйындың флагын күтәреү хоҡуғы “Таймый” агрофирмаһы директоры Илдар Заһиҙуллинға, алдынғы тракторсылар Идеал Ғәлимов, Николай Пономарев һәм Вячеслав Хәбибрахмановҡа бирелде.
Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов йыйылыусыларҙы ошо хеҙмәтте данлаусы оло байрам менән ҡотланы, уңыштарыбыҙҙы барланы, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланыуын билдәләне һәм район ҡаҙаныштарын уңғандарыбыҙҙың көндәлек тырыш хеҙмәте менән бәйләне. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Хәлитов, Ауыл хужалығы минис­трлығы вәкиле Ралиф Әхмәтдинов, Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев барыһын да байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан ауыл хужалығы эшсәндәренә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Иген һәм мал аҙығы культураларын сәсеүҙе сифатлы башҡарғандары өсөн 1-се урынға “Таймый” агрофирмаһы (Илдар Зиһиҙуллин), 2-се урынға – Артем Федоров крәҫтиән-фермер хужалығы, 3-сө урынға “Простор” хужалығы (директоры Ралиф Хөснөтдинов) лайыҡ булды. Бынан тыш, хужалыҡ етәкселәре Дим Дәүләтшин, Алег Хәмиҙуллин, Артем Федоров Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаевтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ сара барышында «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы сиктәрендә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамын алыусы өс гражданға һәм 15 ғаиләгә сертификат тапшырылды.Һабантуйҙың тан­таналы өлөшөнән һуң майҙанда спорт ярыштары баш­ланды. Берәүҙәр үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, һәләтен һынап ҡараһа, икенселәр ярыштарҙы ҡарап, унда ҡатна­шыу­сыларҙы дәртләндереп торҙо.
Милли көрәш – һабантуйҙың иң сағыу күренеше. Көрәш бәйгеһендә ҡатнашыусылар өсөн быйыл бүләктәр бигерәк тә шәп булды, ойоштороусылар һәр ауырлыҡ категорияһында еңгән батырҙарға тәкә әҙерләгәйне. Көрәш мәлендә майҙан тирәләй шау-шыу тынманы. Һәр кем үҙенең дуҫы, тәрбиәләнеүсеһе, туғаны өсөн янып-көйөп, ярышҡа көсөргәнешлек өҫтәне. Бәйгеселәрҙең дә әҙерлек кимәле төрлөсә ине. Әлбиттә, республика, Рәсәй һәм хатта Европа чемпиондарының дәғүәселәренән оҫтараҡ, таһыллыраҡ булыуы шундуҡ һиҙелде. Улар был йүнәлештә әле оҫтарып өлгөрмәгәндәрҙе келәм буйлап өйөртөп, бер-бер артлы күтәреп һуҡты.Шулай итеп төрлө ауырлыҡта Батыр Мөхәмәҙиев (Тирмән), Илнар Юлдашбаев (Мөрсәлим), Вилдан Хажиморатов (Тирмән), Айнур Сәйетғәлин (Мөрсәлим), Наил Мөхәмәтйәнов (Лағыр), Денис Нурмөхәмәтов (Янғантау) еңеүсе булып, яурындарына тәкәне һалды.
Ат ярышы быйыл да ҙур тамашаға әүерелде. Халыҡтың дәртләндереү һүҙҙәренән, ярышыусыларҙың “һайтлауынан” майҙан яңғырап торҙо. Бәйгеләрҙә сапҡан аттарҙы халыҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Ауыл биләмәләренән һәм хужалыҡтарҙан килтерелгән аттар дүрт йөрөштә ярышты. Тәүҙә ярым тоҡомло аттар өсөн старт бирелде. Әлкәнән Айрат Ғәйнетдинов Мустанг ҡушаматлы аты менән иң беренсе килә ине, финишта ғына уны Йондоҙҙа Даян Ғайсин (Янғантау) елдереп уҙып китте. Батыр Камалетдинов (Әлкә) өсөнсө килде. Эшсе аттар сабышында ла янғантауҙар ал бирмәне. Илфат Латипов Малыш аты менән еңеү яуланы. Айнур Әхмәтйәнов (“Юлай” хужалығы) – 2-се, Илназ Закиров (Нәсибаш) 3-cө урынға лайыҡ булды.
Спорт аттары араһындағы ярыш та бик ҡыҙыу барҙы. Финиш һыҙығын беренсе булып, Даян Ғайсин был юлы Егерь ҡушаматлы аты менән уҙҙы. Тимур Сәйфуллин (Ришат Ғәлләмов хужалығы) – 2-cе, Рәүил Ғәлимов (Янғантау) 3-сө урын яуланы. Иң ҡыҙығы бригадирҙар ярышы булғандыр. Иң беренсе булып атты егеп, ярышҡа Илдар Камалетдинов (Әлкә) сыҡты. Финишҡа еттем тигәндә генә уның улы Ильфир Камалетдинов атаһын уҙып китеп, еңеү яуланы. Ағалы-энеле Айрат һәм Айнур Ғәйнетдиновтар араһында ла өсөнсө урын өсөн ярыш ҡыҙыу барҙы. Шулай ҙа Айрат етеҙерәк булып сығып, финишҡа алдараҡ килде. Волейбол майҙанын да халыҡ уратып алды. Көйәрмәндәр үҙ командаларын ихлас алға әйҙәне. Шулай ҙа оҙайлы уйындарҙан һуң волейболда ир-егеттәр араһында Миәшәгәр, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Янғантау командалары беренселекте ҡулдарынан ысҡындырманы.
Мини-футбол буйынса ярышта барыһы алты команда көс һынашты. Был тәңгәлдә Лағырҙар (һүрәттә) иң етеҙҙәре, оҫталары булып сыҡты. Арҡауыл командаһы – 2- се, лаҡлылар 3-сө урын яуланы.
Гер күтәреү, армспорт буйынса ярыштар ҙа бик ҡыҙыҡлы үтте. Ҡул көрәше буйынса быйыл да республика чемпионы Айрат Мөғинов (Янғантау) (һүрәттә) алдынғылыҡты бирмәне. Ахундан Таһир Ханнанов, һәм Руслан Вәкилов (Малаяҙ) призлы урындарға лайыҡ булды. Ринат Ғәлимов 32 килограмлыҡ герҙе 19 тапҡыр күтәреп, еңеүсе булды. Фидан Ғәлиуллин шул уҡ герҙе – 18, ә Руслан Вәкилов 10 мәртәбә күтәреп, 2-се, 3-сө урын­дарҙы яуланы.
Читайте нас: