Бөтә яңылыҡтар
14 Июнь 2018, 14:26

Президент ил халҡы менән аралашты

7 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура линия” үтте. Тура эфирҙа ул 4 сәғәт 20 минут эсендә 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Владимир Путин Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Президент өсөн был юғары дәүләт вазифаһында яңы алты йыллыҡ срокта тәүге “Тура бәйләнеш” һәм 2001 йылдан ун алтынсыһы була.

7 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура линия” үтте. Тура эфирҙа ул 4 сәғәт 20 минут эсендә 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Владимир Путин Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Президент өсөн был юғары дәүләт вазифаһында яңы алты йыллыҡ срокта тәүге “Тура бәйләнеш” һәм 2001 йылдан ун алтынсыһы була.
Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн дәүләт башлығы үҙе һайлап уҡыны. Улар иҡтисадҡа, экологияға, инфраструктураны үҫтереүгә арналғайны. 12 һорау – иҡтисади мәсьәләләргә, етәүһе – Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә, һигеҙе – халыҡ-ара мәсьәләләргә (Рәсәйҙең АҠШ һәм Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәренә, Укринаны көйләү мәсьәләләренә, Балтик, Сүриә илдәрендә рус телле халыҡтың хәленә), берешәр – спортҡа, космонавтиканы үҫтереүгә, өсәүһе – медицина проблемаларына, бишәүһе – социаль сәйәсәткә, икәүһе – экологияға, тағы шунсаһы армияға һәм оборона-сәнәғәт комплексына ҡағылды. Тағы ете блиц-һорау шәхси мәсьәләгә булды. Дәүләт башлығына дөйөм мөрәжәғәттәр һаны 2,5 миллионға етте. Шуларҙың иң мөһимдәрен тәҡдим итәбеҙ.
Балалы ғаиләләргә ипотека буйынса
льготалар киңәйтеләсәк
Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр. Президент Владимир Путин «тура бәйләнеш» барышында шулай тип белдерҙе, Иванов ҡалаһынан ишле ғаиләнең һорауына яуап биреп.
Асыҡланыуынса, өс балалы ғаиләгә, закондағы етешһеҙлектәр сәбәпле, ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготалы программала баш тартҡандар. Закон буйынса льгота икенсе йәки өсөнсө бала тыуғанда ҡарала, ә дүртенсеһе тыуғанда уны бирмәйҙәр. Ғаилә башлығы Владимир Путиндан льготаны икенсе һәм өсөнсөгә генә түгел, унан һуң тыуған балаларға ла бирһендәр өсөн билдәләмәне үҙгәртеүен һораны.
Президент министрҙар кабинеты ҡарарындағы хатаны төҙәтергә һәм күп балалыларға ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаны киңәйтергә вәғәҙә бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, был бюджеттан яҡынса 9 миллиард һум талап итә. Шулай уҡ дәүләт башлығы ипотека буйынса ставканы 7 процентҡа тиклем кәметеү бурысын ҡуйҙы.
“Бында бөтәһе лә бюджет сығымдары менән бәйле. Әммә Хөкүмәт һәм Үҙәк банкы 7 процентҡа ынтылырға тейеш”, – тине Владимир Путин.
Пенсия йәше арттырылырмы?
Президентҡа “тура бәйләнеш” ваҡытында пенсия йәшен арттырыу тураһында ла һорау бирҙеләр. Шулай уҡ әңгәмәсе пенсияға иртә сығыуҙы, мәҫәлән, шахтерҙарға, көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә, бөтөрөү хаҡында ла ҡыҙыҡһынды.
Владимир Путин был мәсьәләгә үтә һаҡ ҡарауын белдерҙе. Ул пенсионерҙарҙың килемен арттырыу һәм фәҡирлек сигендә йәшәүселәрҙең һанын ике тапҡырға кәметеү – Хөкүмәттең мөһим бурыстары, тине.
“Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн ниндәй саралар күрелер, быны яҡын киләсәктә белербеҙ. Уны Хөкүмәт эшләр, тип ышанам, шунан һуң ошо хаҡта фекер алышырбыҙ, һөйләрбеҙ”, – тип яуап бирҙе Президент.
Яғыулыҡҡа хаҡ ҡиммәтләнеүе тураһында
Бер водитель Рәсәй Президентына яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы тураһында видеоһорау ебәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, соляркаға хаҡ 45 һумға тиклем күтәрелгән – был хәлгә түҙерлек түгел.
Рәсәй Хөкүмәте ошо проблеманы хәл итеү өсөн саралар күрҙе һәм хаҡтарҙың артыуына юл ҡуйырға ярамай, тип яуапланы дәүләт башлығы.
“Был – энергия ресурстары өлкәһендә дөрөҫ булмаған көйләү һөҙөмтәһе ул, – тине Владимир Путин. – Бензин һәм дизель яғыулығы буйынса акцизға хаҡ кәметелде, акциздарҙы арттырмаҫҡа хәл ителде, көҙгә баҙарҙағы хәлде яйға һалыу йәһәтенән саралар күреү күҙаллана”.
Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтен һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтте ошо мәсьәләне күҙәтеп барырға саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, майҙа Башҡортостанда бензиндың хаҡы алты тапҡырға артты.
“Башинформ” мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: