Бөтә яңылыҡтар
14 Июнь 2018, 14:24

Отош – Ҡырымға

Малаяҙ ауылының үҙәк майҙанында үткән байрам сараһында “Фараон” туристик фирмаһы Ҡырымға ялға барыуға биш путевка уйнатты.

Малаяҙ ауылының үҙәк майҙанында үткән байрам сараһында “Фараон” туристик фирмаһы Ҡырымға ялға барыуға биш путевка уйнатты.
Улар был акция хаҡында быйыл февралдә иғлан иткәйне. Бының өсөн “Фараон” автобусы пассажирҙарына Малаяҙ – Өфө һәм Өфө – Малаяҙ маршруты буйынса 10 купон йыйырға кәрәк ине.
Июнь башында “Фараон” үҙ пассажирҙары араһында отош уҙғарҙы. Биш кешегә йыл буйы йөрөүгә проездной билет сыҡһа, бишеһе Соль-Илецкиға, биш кеше Ҡырымға барыуға путевкаға лайыҡ булды.Мәҫәлән, Малаяҙ ауылынан Лена Нурыева Арҡауылдан апаһы Вәриҙә Зарипова өсөн – Ҡырымға, студент ҡыҙы Алияға Соль-Илецкиға барыуға юллама отто. Шулай уҡ Ҡырымда ял итеү бәхете Малаяҙҙан Зөлфирә Хәйбуллинаға, Вера Горелкина, Земфира Нәсибуллина, Мөрсәлимдән Анфиса Замановаға ла тейҙе. Уларҙан тәүге билетты отоусы 16 июндә ярымутрауға сәйәхәткә юлланасаҡ.
“Фараон” турфирмаһы быйылғы йәйҙә лә уңайлы автобустарҙа Малаяҙҙан Ҡырымдың Феодосия ҡалаһына (һәр аҙнаның шәмбеһендә китә) һәм Соль-Илецкий курортына (Ырымбур өлкәһе) турҙар ойоштора. Шуға күрә, һәр теләгән кеше Ҡара диңгеҙ ярында һәм тоҙло күл буйында ял итә ала.
Читайте нас: