Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2018, 11:35

Ислам, Әмин, Әминә – шатлыҡ ата-әсәгә

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә яңы тыуған сабыйҙарҙың ғаиләләрен ҡотланылар

Күңелле мәшәҡәттәр өҫтәп ғаиләлә бала тыуһа, өр-яңы ғүмер башланған төҫлө. Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан сабый тыуыу шатлығын кисергән бәхетле парҙар ЗАГС бүлеге, Малаяҙ үҙәк дауаханаһы хеҙмәт­кәрҙәре тарафынан әҙерләнгән сараға саҡырылды.
Сыбаркүл ауылынан көрәш буйынса респуб­лика, Рәсәй һәм донъя чемпионы Наил һәм Иҙрис ауылы һылыуы Зилә Мөхәмәт­йәнов­тарҙың 11 майҙа улдары Әмин тыуған. Ошо уҡ көндә “Берҙәм Рәсәй” партия­һының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Айгиз һәм уның ҡатыны Айгөл Әхмәтйәновтар икенсе тапҡырға ата-әсәй булыу бәхетен кисергән. Ҡыҙҙарына улар Әминә тип исем ҡушҡан. Сулпан ауылынан Шамил һәм Фәриҙә Ғәзимуллиндар ғаиләһендә 12 апрелдә малай донъяға килгән. Көтөп алған тәүге сабыйға атаһы менән әсәһе яратып Ислам тигән исем биргән.
ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Земфира Йәғәфәрова бәхетле ата-әсәләргә тантаналы рәүештә тыуыу таныҡлығы тапшырҙы. Шулай уҡ районда 100-сө бала булып тыуған Исламдың ата-әсәһен бүләкләне. Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы Нурғәли Бикбулатов ғаиләләргә иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәр тапшырҙы. Сараға Лағыр, Әлкә, Янғантау ауыл биләмәләре башлыҡтары ла килгәйне. Зәбир Ситдиҡов, Руслан Низамов һәм Алис Нәбиев ата-әсәләргә йылы һүҙҙәр әйтеп, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре бирҙе. Ата-әсәләр матур сараны ойоштороусыларға, табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе. Сараны йырсы Адик Шәйәхмәтов музыкаль яҡтан биҙәне.
Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы ваҡыт ғаиләләр сит-ят исемдәрҙән арынып, үҙ асылына ҡайта башланы. Ошо байрам быға асыҡ дәлил булып тора. Йәш ата-әсәләр, ололар менән кәңәшләшеп, мәғәнәле, матур башҡорт исемдәрен һайлаған. Сабыйҙарҙың исемдәре есеменә тура килеп, үҙҙәренә иш, һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫергә яҙһын.
Читайте нас: