Бөтә яңылыҡтар
30 Май 2018, 21:33

3 июнь – алдан тауыш биреү көнө

Был йәкшәмбе, 3 июндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең праймеризы үтә.Ул быйыл 9 сентябрҙә үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға кандидаттарҙы билдәләү өсөн уҙғарыла. Беҙҙең районда Әлкә, Сулпан (ауыл хакимиәте биналарында), Лаҡлы, Лағыр, Малаяҙ (2 участка), Торналы, Арҡауыл һәм Мөрсәлим (мәҙәниәт йорттарында) ауылдарында алдан тауыш биреү буйынса 9 иҫәп участкаһы эшләйәсәк. Граждандарға иртәнге 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем участкаларға тауыш бирергә килергә мөмкин.

Был йәкшәмбе, 3 июндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең праймеризы үтә.
Ул быйыл 9 сентябрҙә үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға кандидаттарҙы билдәләү өсөн уҙғарыла. Беҙҙең районда Әлкә, Сулпан (ауыл хакимиәте биналарында), Лаҡлы, Лағыр, Малаяҙ, Торналы, Арҡауыл һәм Мөрсәлим (мәҙәниәт йорттарында) ауылдарында алдан тауыш биреү буйынса 9 иҫәп участкаһы эшләйәсәк. Граждандарға иртәнге 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем участкаларға тауыш бирергә килергә мөмкин. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе мәғлүмәтенә ярашлы, 44-се Йүрүҙән һайлау округы буйынса депутатлыҡ кандидатлығына 13 кеше дәғүә итә, уларҙың өсөһө – беҙҙең райондан.