Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2018, 12:48

Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Рәсәйҙәге Илсеһе менән осрашты

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Нго Дык Мань менән осрашыуы үтте. Ул был вазифаға 2018 йылдың башында тәғәйенләнде. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Нго Дык Мань менән осрашыуы үтте. Ул был вазифаға 2018 йылдың башында тәғәйенләнде. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

– Илдәребеҙ халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты, Советтар Союзы һәм Вьетнамдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тарихын хөрмәт итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Рәсәй-Вьетнам хеҙмәттәшлеге стратегик партнерлыҡ сифатына эйә. 2019 йыл Вьетнамда Рәсәй һәм Рәсәйҙә Вьетнам йылы тип иғлан ителгән.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан-Вьетнам мөнәсәбәттәре нығына һәм үҫешә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Уҙған йыл аҙағында Башҡортостан делегацияһы Вьетнамға барып ҡайтты.

– Республикабыҙҙа ҙур-ҙур һөт комплекстары төҙөргә ниәтләнгән Вьетнамдың ҙур TH Group корпорацияһы менән уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә Евразия иҡтисади союзы һәм Вьетнам араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеүҙең мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Һис шикһеҙ, ул бөтә үҙ-ара сауҙа ҡатнашыусылары өсөн асҡан мөмкинлектәрҙе киңерәк ҡулланыу зарур.

Республика Башлығы алдағы йылдарҙа Башҡортостанда үтәсәк ҙур-ҙур халыҡ-ара саралар хаҡында һөйләне һәм уларҙа Вьетнам делегацияһын ҡатнашырға саҡырҙы.

Нго Дык Мань Башҡортостан ул Илсе сифатында килгән Рәсәйҙең беренсе төбәге булыуын билдәләне

– Илдәребеҙҙең – Вьетнамдың һәм Рәсәйҙең мөнәсәбәттәре – үҫеш өсөн ҙур потенциал тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Шуға илдәребеҙ араһында яйға һалынған бик яҡшы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күтәрер өсөн бергәләп эшләргә тейешбеҙ, – тине ул. – Хеҙмәттәшлекте нығытыр өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар тип уйлайым. Ә Вьетнамдың ТН Group корпорацияһы бында ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра башлауы республикала бында инвестицияларға теләгән башҡа Вьетнам бизнесмендары өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы тураһында һөйләй.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында аныҡ хеҙмәттәшлек планы әҙерләнә, уның делегацияһы быйыл республикаға килеүе ихтимал, тип һөйләне Илсе.

– Һеҙ бында йәшәгән Вьетнам граждандарына булышлыҡ итәһегеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, улар бында элек студенттар, эшселәр сифатында килде. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң шунда ҡалды, – тине Нго Дык Мань. – Ҙур ҡәнәғәтлек менән уларҙың бында яңы тормош башлауын билдәләйем. Уларҙың күбеһе Рәсәй граждандары булып китте һәм хәҙер иҡтисадығыҙ үҫешендә әүҙем ҡатнаша. Шуның өсөн Һеҙгә һәм республика Хөкүмәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдыраһығыҙ. Улар дәүләттәребеҙ араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн үҙенә бер төрлө күпер булып хеҙмәт итә тип уйлайым.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Вьетнам менән иң ҙур тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 2015 йылда өлгәшелде. Ул 15,1 миллион доллар тәшкил итте, өҫтәүенә был сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килде.

Башҡортостан биләмәһендә Вьетнам капиталы ҡатнашлығында ойошторолған һәм туризм, йәмәғәт туҡланыуы, аҙыҡ-түлек етештереү, сауҙа өлкәһендә мәшғүл биш предприятие эшләй.