Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2018, 15:30

Күптән түгел Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева етәкселегендә Ахун, Мөрсәлим, Малаяҙ һәм Ташауыл ауылдарынан бер төркөм оло йәштәгеләр Учалы районына барып ҡайттыҡ.

Улар араһында ағинәйҙәр, “Илһам” халыҡ ансамбле ағзалары ла бар ине. Учалыға барып еткәс, беҙ Әүлиә тауына күтәрелдек, Әүеш күлен, Әүлиә шишмәһен күрҙек. Тау бик текә булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҡурҡып тормай, уны артыла алдыҡ. Ул яҡтарҙа бик ныҡ туризм үҫешкәнен күрҙек. Төрлө экскурсиялар тәҡдим итеүселәр бар, ҡымыҙ һәм башҡа милли эсемлек, аҙыҡ-түлек менән һатыу итәләр. Һуңынан Силәбе өлкәһендәге “Ҡарағай” шифаханаһында бер көн ял иттек. Иҫ киткес хозур тәбиғәткә, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығына һоҡландыҡ, рәхәтләнеп ял иттек. Ҡайтыу ыңғайына Мейәстәге боронғо хәрби комиссариатты, Һатҡылағы сиркәүҙәрҙе күреп, улар янында фотоға төштөк.
Ике көн тигәндә илһамланып, көс, дәрт алып, тыуған яҡтарға ҡайтып та еттек. Ошондай йөкмәткеле сәфәр ойошторған, матур ерҙәрҙе күрһәтә белгән Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Миндинур ШӘЙБӘКОВА.
Ташауыл ауылы.
Читайте нас: