Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2018, 15:00

Ғаилә – йәмғиәт нигеҙе

Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата Малаяҙ башҡорт гимназияһы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҙур байрам үткәрҙе. Гимназия етәкселеге 2017 – 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы уҡыусыларының ата-әсәләрен бүләкләне.

Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата Малаяҙ башҡорт гимназияһы район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҙур байрам үткәрҙе. Гимназия етәкселеге 2017 – 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы уҡыусыларының ата-әсәләрен бүләкләне.
Сараға 23 ғаилә саҡырылды. Һәр ғаиләнең балалары гимназия тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө предметтар буйынса олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре. Уҡыусыларҙың шундай ҙур уңыштарында, әлбиттә, ата-әсәнең, уҡытыусыларының ярҙамы, аңлауы нигеҙ булып тора.
“Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе, һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя ул. Ул – иң оло таянысыбыҙ ҙа, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ ҙа. Һәр бер ғаилә үҙенсәлекле, уның традициялары шулай уҡ төрлө. Ғаилә ул – беҙ һеҙҙең менән: мәктәп, уҡыусы, ата-әсә”, – тине сығышында Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры Розалия Латипова.
Сара барышында гимназияла видеояҙмаға төшөрөлөп, республика күләмендә еңеү яулаған “Уҡыусы ата-әсәләр – уҡыусы балалар” Гөлнур һәм Денис Бәшировтар ғаиләһе һәм “Полк улы” тип исемләнгән Сергей һәм Татьяна Сергеевтар ғаиләһе ҡатнашлығында фильмдар күрһәтелде. Был ғаиләләргә Дипломдар тапшырылды. Өлгөлө ғаиләләр булараҡ Рөстәм һәм Эльза Вәлиевтар, Сәғит һәм Минзифа Нәбиуллиндар, Алик һәм Олия Сәләховтар, Альберт һәм Лира Камалетдиновтар, Илвар һәм Эльза Байбуриндар, Валерий һәм Гүзәл Шапочкиндар, Анатолий һәм Наталья Шаталиндар, Илфат һәм Нәсимә Ямалыевтар, Сергей һәм Татьяна Гусевтар, Валерий һәм Татьяна Рябухиндар, Ирек һәм Әлфиә Хәмиҙуллиндар (һүрәттә), Айҙар һәм Ләйлә Сәмиғуллиндар, Максим һәм Ирина Лобовтар, Руслан һәм Ранета Тажетдиновтар, Сабит һәм Ирина Ҡорбановтар, Алексей һәм Наталья Чвановтар, Руслан һәм Лариса Моталиповтар тәбрикләнде. Шулай уҡ уҡытыусылар ғаиләләре – Шамил һәм Ләйсән Әхмәтшиндар, Илфат һәм Әлиә Исмәғилевтар, Эдгар һәм Ирина Фәхриевтар, Ғәфүрйән һәм Индира Ҡазихановтар балаларын яҡшы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн Дипломдар менән бүләкләнде.
Ҡайһы ғына ғаиләне алмайыҡ, барыһы ла балалары ысын шәхес булып үҫһен өсөн бар тырышлыҡтарын һала. Районыбыҙҙың байлығы – күркәм ғаиләләр. Юҡҡа ғына “Матур ғаилә – ил күрке” тип әйтмәйҙәр. Был сара ата-әсәләр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Читайте нас: