Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2018, 15:41

Игеҙәктәр – икеләтә бәхет

Янғантау балалар баҡсаһында Халыҡ-ара ғаилә көнөнә игеҙәктәр конкурсы үтте

Игеҙәктәр һирәк ғаиләләр өлөшөнә төш­кән бәхет. Янғантау балалар баҡсаһында йыл һайын игеҙәктәр байрамы уҙғарыла. Быйыл унда 5 пар игеҙәк тәрбиә­ләнә. Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы баҡсала “Мин һәм тағы ла мин” тип аталған конкурс уҙғарылды.
Байрамға игеҙәктәр һәм уларҙың әсәләре саҡырылды. Ҡыҙыҡлы сараны тәрбиәселәр һәм балалар ҡараны. Иң тәүҙә конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы. Ҡыҙҙар, малайҙар һәм уларҙың әсәләре шиғыр юлдары менән үҙҙәре, ғаиләләре тураһында һөйләне, сараға шулай уҡ презентация ла эшләп килтергәйнеләр. Һуңынан балалар тамашасыларға һәм жюриға һәләттәрен күрһәтте. Айгүзәл һәм Айһылыу Ғибаҙуллиналар – башҡорт, ә Рөстәм һәм Руслан Закировтар, Алһыу һәм Инсаф Йомағужиндар заманса бейеү башҡарҙы. Мансур һәм Ясина Йоносовтар ҡыҙыҡлы “Өйрәк” бейеүе менән таң ҡалдырҙы. Конкурстың киләһе һынауында балалар әсәләре яһаған костюмдарҙа сығыш яһаны. Фантазияға бай, оҫта әсәләр сүп-сар тоғонан, ҡағыҙҙан, тәбиғи туҡымаларҙан ҡыҙыҡлы күлдәк, костюмдар эшләгәйне. Һуңынан балалар үҙҙәренең ҡул эштәре менән таныштырҙы. Һөҙөмтәлә “Иң өлкән игеҙәктәр” – Айгүзәл һәм Айһылыу Ғибаҙуллиналар, “Иң һоҡландырғыс игеҙәктәр” – Мансур һәм Ясина Йоносовтар, “Иң һөйкөмлө игеҙәктәр” – Алһыу һәм Инсаф Йомағужиндар, “Бер-береһенә оҡшаған игеҙәктәр” номинацияһында Руслан һәм Рөстәм Закировтар еңеүсе булды. Шулай уҡ конкурста ҡатнашмаһалар ҙа, Ғибаҙуллиндар ғаиләһенән Алмаз һәм Илназды “Иң бәләкәй игеҙәктәр” номинацияһы менән бүләкләп үттеләр. Башҡа балаларға ла Маҡтау грамотаһы һәм приздар тапшырылды.
Читайте нас: